-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2020, 16:10

Күптәргә өлгө булып ғүмер йомғағын һүтә

20 майҙа Юлыҡ ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, “Герой-Әсә” - ҡәйнәм Зәкирә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ҡужина 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Ауылдың хөрмәт-ихтирам ҡаҙанған, изге, аҡ-пак күңелле, изгелек-иман орлоҡтары сәсеүсе аҡ яулыҡлы ағинәйе булып ҡаршылай ул ғүмер байрамын.

Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгәнлектән, тиҫтерҙәре кеүек ҡатҡыл, эшкә маһир, талымһыҙ булып буй еткерә ул. 8-9 йәштән ололар менән бергә утауға йөрөй, 14 йәштән бесәнен дә саба, көлтә лә бәйләй. Быуыны бер аҙ ҡатҡас, Үзбәйҙәктә урман ҡырҡа, ҡайҙа эшкә ҡушһалар, шунда тырышып эшләй. Аслығын, яланғаслығын да күрергә тура килә. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәй, тормоштан йәм, ғәм табып йәшәй белә.
Йәше еткәс, 1952 йылда ауылдашы Ғәлимйән Ҡужинға тормошҡа сыға. Ул да һуғыш балаһы, тиҫтерҙәре менән бергә һуғыш йылдарының бар ауырлығын үҙ елкәһендә күтәргән, алдынғы колхозсыларҙың береһе булды. Ҡайным менән ҡәйнәм 6 ҡыҙ, 6 улға ғүмер һәм матур хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдарын юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә уларға. Башҡалары башлы-күҙле булып, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, атай-инәйҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙҙәренең тырыш хеҙмәттәре менән күптәргә өлгө булып, мул тормошта йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Рәмилә, Рәхимә, Рәмзиә апайҙар ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ районы ауылдарында, инде үҙҙәре өләсәй булып, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сығып, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшеп, күңел күтәренкелеге менән донъя көтәләр. Улдары Флүр менән Шәһит – Себерҙә, Нижневартовск ҡалаһында йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Раяндары – ғаиләһе менән Миәкә районында ғүмер итә һәм Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ҡыҙҙары Гөлира кейәүҙәре Мәхәмәтгәрәй, улдары Ғаян килендәре Рәсимә менән тыуған ауылдары - Юлыҡта төпләнеп, күпләп мал аҫрап, табыш алып, балалар үҫтереп, мул тормош көтәләр. Ҡыҙҙары Гөлсинә менән Гөлнара Өфөлә йәшәй. Улдары Рәйес (минең тормош иптәшем) менән өйләнешкәс, беҙ ҙә ауыл-да төпләндек. Ул да Себергә йөрөп эшләй. Ҡужиндарҙың нәҫел ебен ишәйтергә тырышып, өс балаға ғүмер бирҙек. Үҙ йортобоҙҙа, тормошобоҙҙан ҡәнәғәтлек алып йәшәйбеҙ.
Ҡәйнәм ҡайным менән 57 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡта, балаларына, ауылдаштарына өлгө, һоҡланғыс ғаилә пары булып тормош көттөләр. Тик ҡайнымдың ғына ғүмере ҡыҫҡараҡ булды, 2009 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Бөгөн уларҙың 23 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре үҫә. Күмәк бала табып баҡҡан Зәкирә Ишмөхәмәт ҡыҙын Хөкүмәтебеҙ ҙур хөрмәт күрһәтеп, “Герой-Әсә”, “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләй.
90 йәшен тултырған ҡәйнәмдең ҡартлығы бәхетле, ғүмер көҙө сыуаҡ тип әйтер инем. Түрҙе биҙәп, балаларын үҙе өлгөһөндә матур тәрбиә биреп, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, изгелек орлоҡтары сәскәнгә лә бөгөн татлы емештәрен татый, һәр береһе өсөн йөҙө яҡты. Ҡайным менән һалып сыҡҡан нурлы йорттары нигеҙен һыуытмай, ошонда балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, уларҙың изгелеген күреп, таянысын тойоп, аҡыллы, урынлы кәңәштәрен биреп, мәсеткә йөрөп, Ҡөрьән-намаҙҙар уҡып, тирә-яҡҡа иман нуры таратып, ауылдаштарына матур өлгө булып ғүмер йомғағын һүтә. Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп, йәшә лә, йәшә әле, йөҙгә ет, ҡәйнәм!
Резида ҠУЖИНА,
килене.
Юлыҡ ауылы.
Читайте нас в