-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2020, 12:05

Тирә-яғыбыҙ йәмләнде

Ватан ауылында "Таҙа ауыл" акцияһы иғлан иттек тә, апрель аҙағынан башлап коронавирус тип торманыҡ, һаҡланыу сараларын үтәп, ауыл тирәһен таҙалау буйынса өс тапҡыр өмә үткәрҙек, сөнки һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тирә-яҡтағы йәшел сиҙәмлектәргә сүп ташлаусылар күп булһа ла, өмәлә һанаулы ғына кеше ҡатнашты. Уларҙың һаны 13-тән дә артманы. Бына шулар инде әлеге көндә ауылдың патриоттары, ауыл тирәһе таҙа булһын тип тырышыусылар! Шундайҙар күберәк булһын ине лә бит. Тик тормош беҙ теләгәнсә генә лә түгел шул, үҙҙәре өмәләрҙә ҡатнашмайынса, әҙергә хәҙер генә булып, етмәһә, ошо эшләүселәргә ниндәйҙәр дәғүәләр белдереп, ә аҙаҡ улар таҙалап киткән ерҙәргә оялмайынса сүп сығарып түгеүселәр ҙә бар ауылда. Күмәкләп тырышһаҡ, ундайҙарҙы ла еңербеҙ, тигән ышаныста ҡалайыҡ. 
Үҙ инициативалары менән сығып Новая урамын һәм элекке стройцех урынлашҡан урындағы сүп-сарҙы таҙартыусы ауылдаштарға ла ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Ә инде 15 май көнөн - инде дүртенсе Оло өмәне мәңгелек йорт - зыяратты таҙартыуға бағышланыҡ. Әйткәндәй, был өмәгә кешеләр күберәк сыҡты. Күрше Дубровка ауылынан да ике кеше сыҡты. Ни өсөн Дубровка тигәндә, аңлатма бирәйем. Беҙҙең Родина-Ватан ауылының зыяраты Дубровка ауылына яҡын Бельский ауыл биләмәһенә ҡараған ерҙә урынлашҡан. Өмәлә мосолмандар үҙҙәренә тәғәйен яҡта, ә православныйҙар үҙҙәренең биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Йыл буйына йыйылған сүп ике трактор арбаһына тейәлеп, сүп-сар ҡабул итеү пунктына оҙатылды. Өмәләргә кешеләр йыйыуҙы, ойоштороуҙы, техника менән тәьмин итеү, һөйләшеү эштәрен ауыл старостаһы башҡарҙы. Өс өмәлә үҙ тракторы менән сығып ҡатнашҡан Александр Ивановҡа бар ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм, зыяраттағы өмәгә старостаның һорауы буйынса ауыл эшҡыуары Р. З. Бакиров та трактор бирҙе. Зауыҡлы биләмәләр йылында уҙған тирә-яғыбыҙҙы таҙартыуға арналған өмәләрҙә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла изге Рамаҙан айының сауаптары насип булһын.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Родина-Ватан ауылы.
Читайте нас в