-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2020, 11:45

Хаты килгән, оҙаҡламай үҙе ҡайтасаҡ

Күптән түгел Ибраһим ауылында йәшәүсе Гөлүзә менән Әсҡәт Садиҡовтар улдары Рәсим хеҙмәт иткән хәрби часть командирынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Садиҡовтарҙың ике уллы ғаиләһендә кесеһе - Рәсим Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусолдағы филиалында уҡып, күңеленә ятышлы һөнәр үҙләштерә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәү, әрме хеҙмәтенә барыу теләге уғата көслө булған егет былтыр колледжды тамамлай һәм дип-ломын алып та өлгөрмәҫтән, 26 июндә һалдат сафына баҫа. Дипломын инәһенә барып алырға тура килгән хатта. Һәм һынатмай Рәсим. Приморье крайының Уссурийск ҡалаһындағы Александр Невский орденлы 80-се Витебск Ҡыҙыл Байраҡлы бригада идаралығында элемтәсе булып лайыҡлы хеҙмәт итә. Ниһайәт, бер йыл һиҙелмәй генә үтеп тә бара, хеҙмәте аҙағына яҡынлаша.
Рәсим хеҙмәт иткән хәрби часть командиры вазифаһын башҡарыусы, подполковник С.Коропат исеменән яҙылған Рәхмәт хатында түбәндәге юлдар бар: “Хөрмәтле Гөлүзә Ғәлимйән ҡыҙы һәм Әсҡәт Ғәббәс улы! Часть командованиеһы улығыҙ Рәсим Әсҡәт улы Садиҡовты Ватандың ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәтле. Улығыҙҙың хәрби бурысын, Һеҙҙең, ата-әсәһенең Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт ит, тигән наказын намыҫ менән үтәүен ҙур ҡәнәғәтлек менән хәбәр итә.
Ул хәрби әҙерлектә үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Беҙҙең частың личный составы уның уңыштары менән ғорурлана һәм улығыҙҙы ышаныслы Ватан һаҡсыһы итеп тәрбиәләп үҫтереп Армия сафына баҫтырыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерә. Һеҙ улығыҙҙың әрме хеҙмәте ауырлыҡтарынан ҡурҡмауы, ә Рәсәйҙең ысын гражданы булып Ватанды һаҡлаусылар сафында лайыҡлы урын алыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”,- тиелә.
Ғафури районын алыҫтарға танытып, уның ғорурлығы булып, Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙ Рәсим Садиҡовҡа хеҙмәтен лайыҡлы тултырып, ата-әсәһе, яҡындары янына иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в