-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 21:50

Тарихта ҡалған көн

Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты М.Ғ.Рәхимов 1994 йылдың 27 майында тәүәккәл аҙым яһаны – Бөтә донъя башҡорттарының I ҡоролтайын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, нисәмә йылдар уҙғас, ата-бабаларҙың быуаттар һынауын үткән эш ысулы – ил менән кәңәш итеү йолаһы тергеҙелде.

Тиҙҙән республикабыҙҙың барлыҡ райондарында, ҡалаларында һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә беренсе Ҡоролтайға делегаттар һайлау буйынса йыйылыштар уҙғарыла башланы. Тыуған яғымда - Ғафури районында - ойошторолған йыйында ҡатнашырға мине лә саҡырҙылар. Ундағы эшлекле һөйләшеү, ер, тел, мәғариф мәсьәләләренә ҡағылышлы ҡарар ҡабул итеү, милләтем, туған телем тип янып йәшәгән бер төркөм рухташтарым (Нияз Мәжитов, Илдар Шәйәхмәтов, Салауат Әбүзәров, Әлфиә Ғимаҙиева, Сафуан Шаһиев) менән бер рәттән яҡташтарымдың миңә лә беренсе тарихи Ҡоролтайға делегат булып барыу хоҡуғын биреүе бөгөн дә хәтер һандығымда һаҡлана.
Бына башҡорт халҡының рухи-ижтимағи үҫешендә сағыу бер бит булып тарихта ҡаласаҡ 1995 йылдың 1 июне лә килеп етте. Өфөләге “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайы ысын мәғәнәһендә милләтебеҙҙең аҫыл ул-ҡыҙҙарын бер ҡорға тупланы.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҙур телмәр менән сығыш яһап, башҡорт халҡының тарихи үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм аҫаба милләтте, уның туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү буйынса күреләсәк сараларҙы бәйән итте. Әйтәйек, тиҙҙән башҡорт теленең һаҡланышын һәм үҫешен хоҡуҡи яҡтан гарантиялаған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” закон ҡабул ителәсәк, тигән һүҙҙәр ишетелеү менән, зал көслө алҡыштарға күмелде. Артабан ул: “Республикала башҡорт халҡының кәмей барыуы беҙҙе ныҡ борсой. Был ҡырҡыу мәсьәләне “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” дәүләт программаһы нигеҙендә хәл итергә кәрәк буласаҡ”, - тип билдәләне.
2 июндә Ҡоролтай эше секцияларҙа дауам итте. Миңә, ул саҡтағы “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәрриренә, “Башҡорт йәштәре проблемалары” секцияһының рәйестәше булыу бурысы йөкмәтелгәйне. Ул ғына түгел, “Башҡорт йәштәренең милли үҙаңы, белем алыуы һәм мәҙәни-рухи үҫеше мәсьәләләре” тип нарыҡланған доклад менән дә сығыш яһау насип булды. Йәш делегаттарҙың телмәрҙәрендә башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, талантлы башҡорт йәштәрен Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына белем алырға ебәреү, ҡалаларҙа, райондарҙа башҡорт балалар баҡсалары, гимназиялар һәм лицейҙар асыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡыйыу күтәрелде. Атап әйткәндә, минең сығышымда яңғыраған “Башҡортостан хөкүмәте йәш ижадсылар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге премия булдырыуҙы хәстәрләһен һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте үҙәк урамдарҙың береһенә Салауат Юлаев исемен биреү мәсьәләһен хәл итһен ине” тигән тәҡдимдәрем, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡоролтай талабы булып тормошҡа ашты.
Ҡоролтай ҡабул иткән резолюция нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттарының Башҡарма комитеты төҙөлдө. Бынан тыш, башҡорт халҡының иҡтисади-социаль, рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында төрлө юғары даирәләргә бер нисә мөрәжәғәт ҡабул ителде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе ултырышында яңы ойошманың рәйесе итеп танылған ғалим-археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Н.А. Мәжитов һайланды. Ул ете йыл буйы етәксе булып эшләү дәүерендә, Башҡарма комитеттың эшмәкәрлеген яйға һалып, аппаратты рухлы һәм булдыҡлы белгестәр менән нығытып, Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар төҙөп, улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырып, Ҡоролтай тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Бөгөн, Ҡоролтайыбыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, беренсе Рәйесте ололоҡлап иҫкә алмау мөмкин түгел. Арҙаҡлы шәхес, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың исемен мәңгеләштереү юҫығында былтыр Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уның исемен биреүгә өлгәштек. Яҡын йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла (әйтәйек, Стәрлетамаҡ, Сибай, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа ла) уның исемендәге урамдар барлыҡҡа килер әле тип өмөтләнәм.
Тарихи йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайланыуымды үтә яуаплы бурыс итеп ҡабул иттем. Башҡарма комитеттың киң ҡырлы эшмәкәрлеген даими яҡтыртып барыу, милләтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы матбуғат аша дәүләт органдары иғтибарына еткереү өсөн “Йәшлек” гәзитендә “Ҡоролтай тауышы” исемле махсус бит булдырыуға ирештек. Башҡарма комитет ағзаһы, эшҡыуар Иршат Аҫылғужиндың финанс ярҙамы менән “Башҡорт эшҡыуары” исемле гәзит нәшер итеп, милләттәштәребеҙҙе үҙ эшен асыуға, йүнселлеккә дәртләндереүебеҙ ҙә эҙһеҙ ҡалманы – башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр күпләп арта башланы.
Артабан иһә “Башҡортостан” гәзитен етәкләгән йылдарҙа “Башҡорт донъяһы” махсус битен ойоштороп, донъяның төрлө төбәктәрендә ғүмер иткән милләттәштәребеҙ, улар башҡарған изге эштәр хаҡында һөйләй башланыҡ. Иң мөһиме – башҡорт матбуғаты Ҡоролтай ҡарарҙарын халыҡҡа еткереүҙә, уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡарма комитеттың ышаныслы трибуны-таянысы булды. Шуныһы һөйөнөслө: бөгөн дә республикабыҙҙың гәзит-журналдары ошо изге бурысты намыҫ менән үтәп килә.
Сирек быуат элек халҡыбыҙҙың ихтыяжы ла, талабы ла булып тергеҙелгән Ҡоролтай, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡмаһын, бөгөн дә үҙ иңенә алған бурыстарҙы үтәү юлынан тайпылмай.
Кәңәшле ил аҙмаҫ, кәңәшле тау ярыр, ти йәнә лә халыҡ. Үҙенең сал тарихында әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған халҡыбыҙҙың зирәк аҡылына таянып, Ҡоролтайыбыҙ, дәүләт органдары менән бер төптән эш итеп, артабан да милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыр, XXI быуат һынауҙарын да уңышлы үтеп, тыуған еребеҙҙе, туған телебеҙҙе, динебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе килер быуындарға алып барып еткерер, тип ышанырға ғына ҡала.
Ниязбай Сәлимов,
яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре,
Бөтә донъя башҡорттарының
1995–2015 йылдарҙағы
Башҡарма комитеты ағзаһы.
Читайте нас в