-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2020, 11:00

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә уҙҙы. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана. Беҙҙең районда ла тап ошо мәртәбәле саранан һуң Ғафури район башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн Ҡоролтайҙы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов етәкләй. 25 йыллыҡ уңайынан уға һүҙ бирҙек:

-Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сирек быуатлыҡ юбилейы Башҡорт теле йылында билдәләнеүе символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, бөгөн дә тел, бай мәҙәни мираҫыбыҙ һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре мөһим булып ҡала.
Ошо йылдар арауығында республикабыҙҙа биш Ҡоролтай үтеп, миңә шуның 5-сеһендә делегат рәүешендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Йәйҙең йәмле мәлендә планетаның төрлө ҡитғаларынан йыйылған милләт вәкилдәренең бер майҙанға тупланып фекер алышыуы, батыр яҙмышлы шағир Шәйехзада Бабич һәйкәлен күмәкләп асыу тантанаһы, Торатау эргәһендә йыйында аралашыу йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Бишенсе тапҡыр ойошторолған Ҡоролтай үҙ өҫтөнә өр-яңы йөкләмәләр алды, бурыстар билдәләне. Секцияларҙа милләтебеҙҙең йәшәйешенә, көнүҙәк проблемаларына арналған ултырыштар эшләне. Ҡоролтайҙа төрлө фекерҙәр, теләктәр күп булды. Уларҙың береһе лә Башҡарма комитеттың иғтибарынан ситтә ҡалмай, мөһимдәре дөйөм планға ла индерелде.
Район ҡоролтайы Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайы ҡарарҙарын халыҡҡа еткереүҙә, тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшләй. Район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашлығында ултырыштар уҙғарылып, унда районыбыҙ башҡорттары өсөн мөһим мәсьәләләр ҡарала, төрлө кимәлдә хәл ителәсәк әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителә. Районыбыҙҙың һәр бер ауыл биләмәһендә башҡорт ҡоролтайҙары үҙ эшмәкәрлеген алып бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһы хәүефе изоляция осоронда быйылғы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конгресы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теленә арналған йылда алдыбыҙға алған пландарыбыҙҙы (һәр айҙа башҡорт телендәге саралар бер тематикаға арналып үтергә тейеш ине) тулыһынса бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй. Февралдә Ҡоролтай инициативаһы менән Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнап Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” район-ара конференцияһы үтте. Унда Тәтешле ра-йонынан мәртәбәле ҡунаҡтар – “Табын” ойошмаһы етәксеһе Насибулла Хөснуллин, Ғ.Соҡорой мәсет-музейының имам-хатибы Бәхтегәрәй Арманшин һәм районыбыҙҙың әүҙем йәмәғәтселәре ҡатнашты. Социаль селтәрҙә Ғафури райо-ны башҡорттары ҡоролтайы төркөмөн (аккаунт) булдырып, ул даими мәғлүмәттәр менән тулыландырып торола. Быйылғы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында, Зауыҡлы биләмәләр йылында әүҙем ҡатнашырға тырышлыҡ һалабыҙ. Мәшһүр яҡташыбыҙ - Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың 140 йыллығына, “Мәргән уҡсы” фестиваленә әҙерлек эштәре бара. Халҡыбыҙҙа ырыуҙар хәрәкәте ҙур яҡлау таба. Был йүнәлештә лә эш алып барыла. “Табынфест” фестивален быйыл беҙ үҙебеҙҙә ҡаршылаясаҡбыҙ. Быйыл район башҡорттары ҡоролтайы призына уҙғарыла килеп, һүнеп ҡалған милли көрәш бәйгеһен тергеҙеүгә өлгәшелде. Шулай уҡ теләктәр ҙә бар: район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге ярҙамы менән мәктәптәрҙә милли көрәш секциялары, шулай уҡ “Табын” гәзите призына милли көрәш бәйгеһе тергеҙелһә, бик шәп булыр ине.
Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте бай һәм төрлө, уның тарихы ла күп быуаттар менән иҫәпләнә. Беҙ ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған еребеҙҙе һәм телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлау һәм килер быуындарға еткереү йүнәлешендә тәү сиратта йәштәр менән эшләргә, илһөйәрлек тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Берҙәм булһаҡ, аҡыл менән эш итһәк, йәштәр ҙә беҙгә эйәрер, эштәребеҙ ыңғай барыр, халҡыбыҙҙың киләсәге лә яҡты булыр, тигән теләктә ҡалам. Милләттәштәрҙе иҫтәлекле ваҡиға – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ихлас тәбрикләйем.
Читайте нас в