-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2020, 10:55

Байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле Ғафури районы халҡын социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!

Изгелекле, мәрхәмәтле һөнәр эйәләре булараҡ, кешелектең иң яҡшы сифаттарын – эскерһеҙлек, миһырбанлыҡ, фиҙаҡәрлекте һүҙҙә генә түгел, эшегеҙ менән иҫбатлайһығыҙ. Күңел йылығыҙҙы йәлләмәй өләшеүегеҙ, һиҙгерлегегеҙ кешеләрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра, яңғыҙлыҡтан ҡотҡара, ауыр саҡтарҙа терәк була.
Оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер булыуығыҙ оло баһаға лайыҡ.
Байрам көнөндә арымай-талмай эшләүегеҙ, мохтаждарға ярҙамсыл изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, район халҡы мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Кешеләрҙең яҡшы мөнәсәбәте һәм йылы һүҙҙәре еңел булмаған хеҙмәтегеҙгә оло баһа булһын.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в