-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2020, 12:00

Ярҙам да итә, күңел йылыһы ла өләшә

Һәр ауылда ҡараусыһыҙ ҡалған әбей-бабайҙар бар. Уларҙы хәстәрләү, ярҙам күрһәтеү – изгеләрҙән-изге эш, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына хеҙмәт кеүек күренһә лә, ул түҙемлелек, иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ һәм шәфҡәтлелек талап итә. Быны Табын ауылынан Сәриә Зиннәтулла ҡыҙы Ғәлиәхмәтова яҡшы аңлай. Ул социаль хеҙмәткәр булып 2009 йылдан алып эшләй. Ошо йылдар арауығында үҙ ҡарамағындағы әбей, бабайҙарҙың ышаныслы кешеһенә, терәк-таянысына әүерелгән.

Мөләйем йөҙлө, итәғәтле ҡатын үҙенең ҡарамағындағы 18 әбей-бабайҙы иң яҡын кешеләре кеүек күреп, уларҙың уй-теләктәрен аңлап, хәленә инергә тырышып, күңел йылылығын өләшеп, барыһына ла бар тырышлығын, көсөн йәлләмәй хәстәрлек күрһәтә. Магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыуҙар һатып алып килтереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, иҙән йыуыу, сирләгәндә дауаханаға йөрөтөү, ҡан баҫымын үлсәү кеүек һәм исемлеккә ингән башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү социаль хеҙмәткәр иңенә һалынған. Хеҙмәткәрҙең эшенән етәкселек тә, өлкәндәр ҙә ҡәнәғәт. Беҙ Сәриәне уның ҡарамағындағы 85 йәшлек Райхана Кәримова янында тап иттек.
- Мин Сәриәнең хеҙмәтенән бик ҡәнәғәтмен, һәйбәт, матур эшләй, хеҙмәткәрҙән уңдыҡ. Әлегә күп эштәрҙе үҙем башҡара алам, тик ҡайһы берҙәрендә генә ярҙамға мохтажмын. Ул тиҙ генә эшләп, хәлемде белешеп китә, - ти Райхана Абдулла ҡыҙы ҡәнәғәт йылмайып.
Ғөмүмән, оло кешегә күп тә кәрәк түгел. Иң мөһиме – яҡты йөҙ, йылы һүҙ. Оло йәштәге яңғыҙҙарҙың йомоштарын үтәүҙән бигерәк, эс серҙәрен уртаҡлашһаң да, уларҙың күңелдәре күтәрелеп китә. Тыңлап ултырһаң да, үҙенә күрә психологик ярҙам да бит уларға. Сәриә килһә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, барлыҡ серҙәрен уға асып, ҡайғы-шатлыҡтары менән уртаҡлашалар, ә ул барыһын да ихлас тыңлай, йөрәге аша үткәрә. Өлкәндәргә ниндәй ярҙам кәрәкһә, тейешме-түгелме, береһенән дә баш тартмай.
- Өлкәндәрҙе шәхси автомашинамда дауаханаға алып барыуҙы игелек, ярҙам йөҙөнән үҙ өҫтөмә алам. Шәфҡәтлелекте, изгелексән булыуҙы талап иткән социаль хеҙмәткәр һөнәрен һайлап, өлкәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыуымдан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп эшләйем һәм йәшәйем, - ти ул.
Тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған Сәриә Зиннәтулла ҡыҙы ололарға ярҙам итеүҙән тыш, үҙ донъяһын бынамын тигән итеп көтөргә лә өлгөрә. Тормош иптәше Илфат Шәрифулла улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәне Гөлфинә медицина университетын тамамлаған, тормошҡа сығып, күптән түгел ҡыҙы тыуған. Әлиә Өфөлә уҡый, 6 йәшлек Илвина балалар баҡсаһына йөрөй.
Ололарҙы ололоҡлау – яҡшылыҡтың билдәһе, ти халыҡ мәҡәле. Сәриә кеүектәр тирә-яҡҡа тик яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтары ғына сәсә.
Читайте нас в