-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2020, 11:34

Зыяраттар тәртипкә килтерелде

6 июнь – Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөндә уҙған «Хәтерләйбеҙ, хөрмәтләйбеҙ, ғорурланабыҙ!» патриотик акцияһына ғафуриҙар ҙа әүҙем ҡушылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарар төбәк Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Башҡортостандың төрлө дини конфессиялары вәкилдәре менән кәңәшләшкәндән һуң раҫланғайны. Тәүҙә был көндө 2 майҙа үткәрергә тәҡдим ителһә, артабан коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн сара 6 июнгә күсерелде.
Район халҡы мәрхүмдәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр, тыл ветерандарын иҫкә алырға, оло быуын вәкилдәренең ҡәберҙәрен, обелиск, һәйкәл һәм төрлө мемориалдарҙы тәртипкә килтереү өсөн йыйылды. Коронавирус пандемияһы шарттарында эштәр башланыр алдынан һәр кемгә һаҡланыу саралары - битлектәр, бирсәткәләр таратылып бирелде. Зыяраттар сүп-сарҙан таҙартылды, сүп үләндәре сабылды, рәшәткәләр буялды, сара өсөн махсус техникалар бүленде. Район биләмәһендәге 89 зыяратты таҙартырға барлыҡ
ойошма-учреждение, предприятие-лар хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы сыҡты. Сарала бөтәһе 3248 кеше ҡатнашҡан, 63 берәмек техника йәлеп ителгән, 10200 тонна сүп-сар сығарылған, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандарының 1193 ҡәберлеге төҙөкләндерелгән. Ҡәберлектәргә барып етер өсөн махсус автобус рейстары бүленде.
Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө барлыҡ дин вәкилдәрен берләштерҙе.
Читайте нас в