-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2020, 13:15

Һәр көндө – бер бүләк!

Хөрмәтле райондаштар! 15 июндән 19-ына тиклем “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы иғлан ителә.

Дүшәмбе – “Балалар көнө” тип аталып, был көндө гәзиткә яҙылыусыларҙың береһе сәғәт отасаҡ. Шишәмбе “Татлы көн” тип иғлан ителә һәм был көн еңеүсеһенә 1 ҡап кәнфит бүләк итәбеҙ. Шаршамбы “Таҙалыҡ көнө” булһын һәм кемдер заманса иҙән йыуғыс алып ҡыуаныр. Кесе йома – “Хужалыҡ көнө” булып, гәзиткә яҙылыусылар араһында көнкүреш кәрәк-ярағы уйнатыла. Йома – “Баҡсасы көнө”ндә еңеүсе баҡса инвентары отасаҡ. Еңеүселәрҙең исем-фамилиялары киләһе аҙнала гәзиттә баҫыласаҡ. “Табын”ға яҙыла һалып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.
Гәзитебеҙгә ярты йылға 947 һум 82 тингә, пенсионерҙар 867 һум 12 тингә, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтары 780 һум 72 тингә яҙыла ала. Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив ысул менән (редакция аша) яҙылыу 708 һум тора. Электрон подписка – 570 һум.
Красноусолдан Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы Рафиҡова: ”Гәзитте һәр саҡ алдырабыҙ, бүләк отоуым беренсе. Үҙемдең Аҡташта, тормош иптәшемдең Бәләкәй Үтәш ауылында йәшәүсе атай-әсәйҙәребеҙ ҙә гәзит алдырмай ҡалғандары юҡ. Сайтҡа ла кереп ҡарап барам”, - тип, бүләген алғанда ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Читайте нас в