-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2020, 16:50

Сенаж һалыу бара

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды. “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы районда иң күп һыйыр малы аҫраған хужалыҡтарҙан һанала. Шунлыҡтан аҙыҡҡа ихтыяж ҙур һәм йылдың-йылы хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә етди иғтибар бирәләр. Был эшкә – “йәшел ураҡ”ҡа дәррәү тотонғандар.

Беҙ хужалыҡта булған көндө мал аҙығы әҙерләүселәр ферма малдарына һутлы аҙыҡ әҙерләү, йәғни Березовка һөтсөлөк фермаһы янындағы 2000 тонна һыйҙырышлы сенаж соҡорон тултырыу менән мәшғүлдәр ине. Ауыл йәнәшәһендәге кәзә үләне биләгән баҫыуҙарҙың береһендә Урал Йәғәфәров “МТЗ”-ға тағылмалы “ЖВЗ-7” сапҡысында үләнде бакуйға һалып йөрөй. Арыраҡ баҫыуҙа “КВК-800” үлән сабыу комбайнында Рәзит Кәримов баҫыуҙарҙы иңләп буйлай. Комбайн ваҡлаған йәшел үләнде “КамАЗ” водителдәре Флүр Насретдинов, Ансар Әхмәҙуллин һәм Салауат Әбделмәнов соҡорға ташый. Ғәле Исмәғилев
“К-700” тракторында баҫыуҙан килгән әҙер массаны тығыҙлап тапатып тора. Механизаторҙар Рөфҡәт Ҡорбанғолов әҙер массаны ташыуҙа, ә Радик Ғәбиҙуллин үлән сабыуҙа мәшғүл.
“Йәшел ураҡ”ҡа ике көн элек тотонғандар һәм сенаж соҡорона 300 тонна самаһы йәшел үлән һалынған.
- Комбайндан сенаж соҡорона көнөнә 12-13-шәр рейс яһайбыҙ, - ти водителдәр. Дөйөм алғанда, “Урожай”ҙа мал аҙығы әҙерләү эштәренең ҡыҙған ғына сағы әле.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в