-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июнь 2020, 12:55

Мөһим һорауҙар күтәрелде

2 июндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, депутат Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Рөстәм Рифат улы яҡташтарын ҡабул итеүҙең сираттағыһын коронавирус киҙеүе менән бәйле, Өфөнән, үҙенең эш кабинетынан видеобәйләнеш режимында үткәрҙе. Район хакимиәтенең ултырыштар залында уҙған дистанциялы ҡабул итеүҙең эшендә шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәкселеге ҡатнашты.

Үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән тиҫтәнән ашыу кеше мөрәжәғәт итте, ауылдаштары, төбәк халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып килеүселәр ҙә булды.
Ибраһим ауылынан Д.Мозафаров Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафури урамында урынлашҡан күптән буш торған йортон китапхана итеп биреү мәсьәләһе менән килгән. Рөстәм Рифат улы киҙеү менән бәйле хәл бер аҙ яйланғас, урынға барып был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерәсәген белдерҙе. Шулай уҡ нотариус аша бүләк итеп рәсмиләштереп, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе балансына күсереү тәҡдим ителде.
Сәйетбаба ауылынан вәкилдәр ауыл дауаханаһына беркетелеп, яҡын-тирә биш ауыл биләмәһен (барлығы 42 ауыл, 10 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә) хеҙмәтләндергән “Ашығыс ярҙам” автомашинаһының Красноусол үҙәк район дауаханаһына күсерелеүенә ризаһыҙлығын белдереп, кире ауылға ҡайтарыуҙарын һорап мөрәжәғәт иттеләр. Шәфҡәт туташтары һәм водителдәр ҙә үҙәк район дауаханаһына йөрөп эшләй. “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡанда, был төбәккә килеп еткәнсе күпме ваҡыт сарыф ителеүенә зарландылар. Р.Ишмөхәмәтов был мәсьәләнең етди булыуын билдәләп, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талабы буйынса бөтөн “Ашығыс ярҙам” бригадалары бер урында (базала) тупланырға, техника ла, эсендәге заманса медицина ҡорамалдары һәр ваҡыт төҙөк хәлдә булырға тейешлеге хаҡында аңлатып үтте. Шулай уҡ иртән эш башлар алдынан водителдәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә рейс алды медицина тикшереүе үтеү, механиктарға автомашинаның, белгестәргә медицина ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү шарт. Быларҙы бары тик үҙәк район дауаханаһында ғына башҡарыу мөмкин. Рөстәм Рифат улы килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, районға йәнә бер “Ашығыс ярҙам” автомашинаһы бүлеү мәсьәләһен Һаулыҡ һаҡлау министрлығына еткерәсәген белдерҙе. Коронавирус менән бәйле, “Ашығыс ярҙам”да эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә түләнергә тейешле өҫтәмә эш хаҡы, Сәйетбаба ауылы дауаханаһында башланған ремонт эштәрен теүәлләү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Красноусолдан М.Борханов Блюхер менән Совет урамдары киҫешкән урында автобус туҡталышы өсөн юл билдәһе ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе. Мөрәжәт итеүсе был биҫтә халҡын күптән борсоған һорауға, ниһайәт, яуап алды: юл билдәһен ҡуйыу ЮХХДИ тарафынан раҫланып, яҡлау тапҡан һәм Красноусол ауыл биләмәһе тарафынан бер ай арауығында бындай билдә урынлаштырыласаҡ, тип ышандырҙылар.
Йөҙимәндән депутат ҡабул итеүенә килеүселәр ауылдағы Еңеүҙең 35 йыллығы урамына юл һалыу, зыяратты кәртәләү, өс ауылға бер клуб булдырыу, мәсетте төҙөп бөтөү мәсьәләһен күтәрҙеләр.
Игенйылғанан килгән вәкил ауылда Интернет булмауына борсолоуын белдерҙе.
Һорауҙар араһында урында хәл ителерлектәре лә булды. Уларға район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары яуап бирҙе.
Депутат Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Уҙған ҡабул итеүҙәрҙең береһендә район мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы “Мағаш” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Р.Ҡотдосов балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүгә мәктәптәрҙә түңәрәктәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу өсөн Рөстәм Рифат улынан был музыка ҡоралын һатып алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Тап ошо ҡабул итеүҙә Р.Ишмөхәмәтов 25 дана ҡурай һатып алыуы хаҡында белдерҙе. Бары тик килеп алырға ғына кәрәк буласаҡ.
Социаль селтәрҙәр аша ике һорау ҡабул ителде. Рөстәм Рифат улы йорто янып, зыян күргән ғаиләгә ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыу юлдарын эҙләргә кәрәклеген билдәләне. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораған 5 балалы ҡатын да үҙенә тәғәйен яуап алды.
Дөйөм алғанда, видеобәйләнеш режимында булыуға ҡарамаҫтан, депутат менән аралашыу уңайһыҙлыҡ тыуҙырманы, йәмәғәт ҡабул итеүе эшлекле шарттарҙа емешле үтте, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас в