-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июнь 2020, 13:05

Гәзит менән һәр саҡ бергә

Уҙған матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында “Коллектив менән “Табын”ға акцияһы иғлан итеп, сайтта иң күп тауыш йыйған хеҙмәт коллективын гәзит битендә яҡтыртырға ҡарар иткәйнек. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективы бер төптән тип әйтерлек “Табын” гәзитенә яҙылып, иң күп тауыш йыйып, акцияның еңеүселәре тип билдәләнде. Вәғәҙә – иман, тигәндәй, бөгөн беҙ гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова таныштырыуында белем усағының ҡаҙаныштары, уңыштары, маҡсаттары тураһында гәзит уҡыусыларға ла һөйләп үтмәксебеҙ. Был коллектив өсөн үҙенә күрә ғорурлыҡ булып торһа, бында белем алған уҡыусылар, атай-әсәйҙәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайбыҙ.

1996 йылдың 18 июлендә Красноусол башҡорт интернат-мәктәбе асылып, директор Д.М.Рәхимов тырышлығы менән 1997 йылдың 19 майында мәктәп-интернат гимназия-интернат итеп үҙгәртелә. Бөгөнгө көндә муниципаль дәүләт белем биреү учреждениеһын Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова етәкләп, коллективта бөтәһе 102 кеше эшләй. Директор урныбаҫарҙары булып Д.З.Насирова, А.Н.Хәбибуллин, Г.Ә.Мөхәмәтшина тора.
Гимназияла 43 уҡытыусы (шул иҫәптән Ташбүкән башланғыс мәктәбендә ике уҡытыусы), 24 тәрбиәсе эшләй. Өҫтәмә белем биреү педагогтары (Н.Г.Проценко, Р.М.Ҡотдосов, И.Х.Хәбибуллин) шахмат, ҡурай һәм бейеү буйынса сәғәттәр алып баралар. Унан тыш 3 хеҙмәткәр бала ҡарау ялында, 2 уҡытыусы академик отпус-кыла иҫәпләнә. Ярҙам итеүсе хеҙмәткәрҙәр һаны - 20. Хеҙмәт хәүефһеҙлеге инженеры, сәркәтиб, лаборант, 3 автобус водителе, слесарь, сантехник, электрик, кастелянша, кер йыуыусы һәм 8 ут яғыусы иҫәптә тора. Үҙ шәфҡәт туташы бар – Р.Р.Дауытова. 6 тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй – төнгө сменала балалар янында ҡалалар, йоҡо һәм төнгө тәртип һағында торалар. 10 һаҡсы (“Леон” һаҡ хеҙмәте). 11 техник хеҙмәткәр (“Изгелек шишмәһе” хеҙмәте). “Алтын ҡурай” йәмғиәте (етәксеһе Г.Ш.Урманшина) уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
2000 йылда уҡытыу-тәрбиә эштәренә айырым үҙгәрештәр индерелә. Өфөлә үткәрелгән республика балалар ижады конкурсында “Вокаль ансамбль” номинацияһында гимназистар беренсе урын яулай. Гимназияның “Хазина” фольклор төркөмө “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” республика конкурсында лауреат була. Красноусол башҡорт гимназия-интернатына “Мәктәп - 2000” район конкурсында беренсе урын бирелә.
2002 йылда тәжрибә уртаҡлашыу уңайы менән, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ғафури, Әлшәй райондары мәктәптәре, гимназиялары коллективтары менән берлектә семинар-кәңәшмәләр үткәрелә. Бөгөнгө көндә ул “Ғафури уҡыуҙары” исеме аҫтында ике йылға бер тапҡыр республика кимәлендә үткәрелә килә.
2003 йылда 10-сы класс уҡыусыһы Ринат Шәрипов БР Президенты премияһы стипендиаты исемен ала.
2004 йылда гимназия-интернат базаһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының һәләтле балалар менән эшләү үҙәгенең “Күп профилле ауыл гимназия-интернаты шарттарында уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен үҫтереү” исемле эксперименталь тәжрибә майҙансығын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә, педагогия фәндәре кандидаты Ф.Р.Фәхретдинова етәкселегендә һәләтле балалар менән эш буйынса семинарҙар ойошторола.
2005 йылдың 1 сентябрендә реконструкцияланған яңы бина тантаналы шарттарҙа асыла. ”Айдарман” төркөмө “Сулпылар” телевизион конкурсы еңеүсеһе була. “Быҙыбыт” кескәйҙәр төркөмө “Урал ынйылары” төбәк-ара конкурсында лауреат исемен ала. 2006 йылда Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабы еңеүселәрен әҙерләүсе, үҙ эшенең ысын оҫталары - С.З.Шәрипова, З.Х.Шириазданова Республика Хөкүмәтенең Грантына, Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” конкурсында Грантҡа лайыҡ була.
2008 йылда тәжрибә-эксперименталь майҙансыҡ рес-публика кимәлендәге майҙансыҡ итеп үҙгәртелә. 2009 йылда “Инновацион технологиялар нигеҙендә коммуникатив белем биреү мөхитен моделләштереү” респуб-лика тәжрибә-эксперименталь майҙансығы асыла. 2012 йылда стажировка үтеү майҙансығы итеп үҙгәртелә.
2008 йылда 10-сы кластарҙа профилдәргә бүлеп уҡытыу индерелә, уҡытыу социаль-гуманитар, химия-биология, физика-математика йүнәлештәрендә алып барыла. Ошо уҡ йылда гимназия мәктәп-интернаттар араһында ойошторолған республика бәйгеһендә еңеүсе исемен ала.
2009 йылда “Белем биреүҙә инноватика” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат исемен яулай. 11-се класс уҡыусыһы Гөлшат Шәфиева биология фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер була.
2010 йылда гимназия “Йыл мәктәбе” район конкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ була. 2010, 2011, 2012 йылдарҙа гимназия сайты “Иң яҡшы белем биреү сайты” республика конкурсында еңеүсе исемен яулай.
2012 йылдан алып гимназия уҡыусылары “Киләсәк интеллекты” Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған Бөтә Рәсәй тарихи турнирҙарында ҡатнашып белемдәрен иҫбатлайҙар, призлы урындар алалар.
Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының “Сәләмәт быуын - көслө төбәк” эксперименталь майҙансығы - спорт-патриотик йүнәлештәге 1 “Б” класы асыла. Ҡулайлаштырыуға эләккән Мәндем, Ҡурғашлы, Толпар ауылы башланғыс мәктәптәре Красноусол башҡорт гимназия-интернатының филиалдары итеп үҙгәртелә.
2017 йылдан гимназияла Башҡорт Дәүләт педагогия университетының “Һәләтле балаларҙы үҫтереү йүнәлешендә эш моделен төҙөү һәм ҡулланыу” селтәрле инновацион майҙансығы булдырыла. 2017-2018 уҡыу йылдарында Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының физика-математика факультеты ҡарамағында ойошторолған Электрон уйын мәктәбе “Eplayschool” платформаһын ҡулланып тәжрибә үткәреүҙә ҡатнаша.
2017-2019 уҡыу йылдарында “Асыш алдында” Халыҡ-ара ҡатнашлығындағы Бөтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһында, “Ломоносов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй эҙләнеү эштәре, ӨДНТУ-ның ”Фән һәм техниканың актуаль проблемалары” халыҡ-ара фәнни-практик конференцияларында ҡатнашып еңеүселәр булғандар.
2019 йылдың апрель айында “Яҙғы тамсылар” республика вокаль конкурсында Д.Ғ.Абдуллина етәкселегендәге “Наҙ” ҡыҙҙар вокаль ансамбле I урын яулаған. “Дуҫлыҡ ҡуласаһы” республика хореография конкурсында “Төлкәҫ” бейеү ансамбле (етәксеһе - А.Ф.Буранова) III урынға лайыҡ була.
Ю.А.Гагарин кубогына рес-публика олимпиадаһында күп уҡыусылар призер һәм еңеүсе булыуға өлгәшкәндәр.
2019 йылдың сентябрендә “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә һанлы һәм гуманитар профилдәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылып, өс кабинет йыһазландырылған, белгестәр әҙерләнеп маҡсатлы эш башланған.
“Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” менән килешеү нигеҙендә гимназияла “Нөктә ТВ” телестудияһы асылған.
Красноусол башҡорт гимназияһының спорт залында “Батыр” хәрби-патриотик клубы һәм “Мәргән уҡсы” спорт берекмәһе эш башлаған. “Батыр” клубы тәрбиәләнеүсеһе Рәшит Абдуллин Республика һәм Волга буйы федераль округында үткәрелгән ҡул һуғышы, грепплинг буйынса ярыштарҙа еңеү яулаған.
Гимназияла эшләү дәүерендә Д.М.Рәхимов, Р.Ғ.Монасипова, З.Х.Шириазданова, Ю.Р.Мәүлет-ҡолов, Г.М.Кинйәбаева, Э.С.Ҡунафина, Т.М.Ишҡолова Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булғандар. Мәғариф милли өҫтөнлөклө проекты грантына Г.Ә.Вәлиева, Г.Ә.Мәүлетҡолова, Ф.М.Ильясов, Р.Ф.Сундукова, Р.Г.Монасипова, З.А.Исиргакова лайыҡ булған. Ф.М.Ильясов “Уҡытыусы-мастер”, И.И.Вафина “Уҡытыусы-эҙләнеүсе” исем-дәренә, Г.М.Кинйәбаева, Э.С.Ҡунафина, З.Ф.Болоненкова, Ю.Р.Мәүлетҡолов, И.Р.Солтан-моратова төрлө йылдарҙа “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә ҡатнашып лауреат исемдәре алғандар. 2013 йылда тәрбиәсе А.Р.Ишкина “Йыл тәрбиәсеһе” республика конкурсында ҡатнашып еңеүгә өлгәшкән.
Гимназияның 96 процент сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттары студенттары булып, белемдәрен Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Һамар, Ырымбур, Ҡазан, Екатеринбург, Краснодар, Сызрань, Алабуға, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында дауам итәләр. Әлбиттә, һанап үтелгәндәр ҡыҫҡартып бирелде, был йылдар эсендә коллективта ла, етәкселектә лә үҙгәрештәр булды. Һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, районыбыҙҙың ғорурлығы булған Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты киләсәктә лә белем һәм тәрбиә биреүҙә юғары күрһәткестәр менән эшләр, гәзит битендә лә уларҙың уңыштарын яҡтырта барырбыҙ тигән өмөттәбеҙ. Һәр саҡ бергә булайыҡ.
Читайте нас в