-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июнь 2020, 15:50

Һарымһаҡ башағынан иҙмә

Һарымһаҡ өлгөрә башлау менән уның “уҡтары” – орлоҡ һабаҡтары килеп сыға. Кемдәрҙер уларҙы тиҙерәк өҙөп ташлай, был һабаҡтарҙы төйнәп, үҫеүҙән туҡтатырға кәңәш итеүселәр ҙә бар. Бәғзеләр иһә уларға иғтибар итмәй, “уҡтар” өлгөргәс, күпмеһендер киләһе йылға орлоҡ итеп сәсергә мөмкин.

Ә бына йәш һабаҡтарҙан тәмле генә иҙмә эшләп ҡарайыҡ әле.
Бының өсөн “уҡтарҙы” йыйып алғас, сәскәлеген һәм һабаҡтың ҡаты аҫҡы өлөшөн өҙөп ташларға кәрәк. Ҡалғанын аш һеркәһе менән балдан торған ҡатнашмала бер аҙ тотоп алабыҙ. Маринадтан алғас, ҡоротабыҙ һәм блендер йәки ваҡ тишекле ит тартҡыс ярҙамында иҙәбеҙ. Иҙмәгә ярты килоға бер ҡалаҡ иҫәбенән тоҙ (йодлы булмаһын) ҡушып болғайбыҙ. 3 ҡалаҡ үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Теләһәң, тәмләткес үләндәр, ваҡ ҡына итеп туралған әсе ҡыҙыл борос ҡушырға була. Хәҙер инде иҙмәне яҡшылап туғып болғарға кәрәк. Һәм – иҙмә әҙер, икмәккә һылап ашайһыңмы, фаршҡа, итле соусҡа ҡушаһыңмы, томалап бешергәндә баклажан, кабачки өҫтөнә ҡаймаҡ ҡушып һылайһыңмы – бөтәһенә лә килешә.
Ошо уҡ иҙмәне ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була. Бының өсөн әҙер иҙмәне стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапларға ғына кәрәк. Ябыр алдынан иҙмә өҫтөн ҡаплап торорлоҡ итеп үҫемлек майы ҡойорға онотмағыҙ.Иҙмәле банкаларҙы һыуытҡыста һаҡларға.
Читайте нас в