-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июнь 2020, 11:50

“Башҡортостан йөрәге” проектын тормошҡа ашырып...

Республикабыҙҙың үҙәге - ҡап уртаһы ҡайҙа тиһәгеҙ, ул Ғафури районының төньяғындағы Ерек ауылында урынлашҡан. Башҡортостандың географик үҙәге бер нимәһе менән дә иғтибарҙы йәлеп итмәй. Махсус рәүештә бында килергә лә кәрәкмәй, бары тик ҡайҙалыр юлланғанда, мәҫәлән, Таш-Аҫты ауылы янына Еҙем йылғаһы буйындағы ҡаяларға һәм Киндерле мәмерйәһенә барышлай туҡтап китергә мөмкин.

Тап шуға ла республика Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фонды тарафынан тормошҡа ашырылған беҙҙең “Башҡортостан йөрәге” тип аталған халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проекты Еҙем йылғаһы ярында, Уҡлыҡая итәгендә урынлашасаҡ. Йыл һайын был майҙансыҡта халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район фестивалдәре үтеп, унда Ғафури районы кешеләре үҙҙәренең белемен, һәләтен һәм оҫталығын күрһәтергә тырыша. Шулай уҡ төрлө туристик фирмалар ойошторған Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөүҙәр тап Уҡлыҡая ҡаяһы янында тамамлана.
“БР Ғафури районы муниципаль районы үҫешенә ярҙам” Хәйриә фондының “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проекты Ғафури районының һәм дөйөм республиканың брендын булдырыуға ҡоролған. Проекттың төп маҡсаты - үҫеп килеүсе йәш быуынға Ғафури ра-
йоны биләмәһендә йәшәгән төрлө милләттәрҙең халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныуын уятыу. Проекттың етәксеһе – район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин, ә идея район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтыҡы. Тап ошо проект буйынса районыбыҙ 2 872 000 һумлыҡ грант отоуға өлгәште.
Халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы ҡурай сәскәһе рәүешендә 8 тирмәнән торасаҡ. Үҙәк һәм иң ҙур тирмә конференц-зал хеҙмәтен үтәйәсәк, унда конференциялар, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәгеләрен уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырыласаҡ. Өс мөйөштә урынлашасаҡ өс тирмәлә башҡорт милли биҙәүестәрен, башҡорт халыҡ ҡоралдарын һәм милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫтаханалары урын аласаҡ. Башҡа дүртәүһендә Ғафури районының һәм Башҡортостан Республикаһының иң эре: башҡорт, татар, рус, сыуаш милләттәре күрһәтеләсәк.
Проект Ғафури район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге һәм шәхсән бүлек начальнигы Руслан Ришат улы Зәйетов ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам фондының "Алға" проектында ҡатнашып, еңеүсе булды.
Гөлназ МИРХӘЙҘӘРОВА,
“Башҡортостан йөрәге”
проекты менеджеры.
Читайте нас в