-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2020, 13:27

Берҙәм эшләнек

“Красноусол” шифаханаһында обсерватор асыласағы тураһында баш табип Алик Йәнешев әйткәс, эште оҙаҡҡа һуҙмай, инициатив төркөм төҙөнөк. Уға Алик Рәмил улы, ойоштороу-методика бүлеге мөдире Ирек Фәйзуллин, табип эпидемиолог Зифа Рәшитова, баш бухгалтер Екатерина Герасимова һәм мин индек.

Миңә анализдар алыуҙы ойоштороу бурысы ҡуйылды. Беҙгә беренсе тапҡыр эпидемиологик яҡтан үтә лә хәүефле зонала эшләргә кәрәк ине. Барыһын да: ҡайҙа анализдар алыуҙы, флюорография үткәреү һәм температура үлсәүҙе ентекле уйларға тейеш инек. 1-се һәм 7-се корпустарҙа пациенттарҙы ҡабул итеү һәм үҙебеҙ кейенеп-сисенеү, махсус кейемде сискәндән һуң йыуыныу өсөн “ҡыҙыл” һәм “йәшел” зоналарҙы билдәләнек. Был биналарҙы әҙерләү шифахана хеҙмәткәрҙәре иңенә төштө. Коронавирус инфекцияһына анализдар өсөн биоматериалдар алыусы белгестәр бригадаһына йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итергә тигән ҡарарға килдек.
Шәфҡәт туташтары Айгөл Дәүләтбаева, Ирина Мальцева, Зинаида Калабугина, Елена Комарова, Гөлфиә Ҡотлоярова, Рая Фәхретдинова, Альбина Ҡоломбәтова, Гөлнара Ипатова, Рәйсә Ғәйнуллина менән төнгә тиклем һаҡланыу костюмдарын кейеп-сисеүҙе өйрәндек, биоматериалдар алыу өсөн ҡорамалдарҙы әҙерләнек.
5 майҙа тәүге 197 вахтасынан көндөҙгө икенән киске унға тиклем анализдар алдыҡ. Иртәгәһенә тағы ла 179 кешенән биоматериалдар алдыҡ. 14 -15 майҙа ҡабаттан ошо процедураларҙы башҡарҙыҡ. Был юлы анализдар һәр вахтасының бүлмәһендә алынды. Унан сыҡҡан һайын костюмдарҙы дезинфекцияларға кәрәк ине. Беҙҙең эштә ярҙам иткән шифахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Был көндәрҙе тыныс ҡына иҫкә төшөрөп булмай, кешеләр һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡ һәр беребеҙҙең иңендә булды. Мораль яҡтан да бик ауыр, даими көсөргәнеш хәлендә эшләнек. Үҙ теләге менән беҙгә ярҙам иткән Рәйсә Хөрмәт ҡыҙына рәхмәт. Шулай уҡ хеҙмәттәштәрен алыштырып улар өсөн дежурлыҡ эшен алып барыусы йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе шәфҡәт туташы Зөлфиә Сабир ҡыҙы Әминеваны һәм коллегаларының төнгө сменаларын эшләүсе палата шәфҡәт туташы Надежда Григорьевна Татарченкоға ла рәхмәтлебеҙ.
Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡа-лаларының йоғошло ауырыуҙар госпиталдәренә ковидлы сирлеләрҙе ташыусы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте бригадалары ла үҙ эштәрен теүәл башҡарҙы.
Беҙ барыбыҙ бер команда булып алдыбыҙға ҡуйылған бурысты үтәп сыҡтыҡ.
Эльвира ИШБУЛДИНА,
Үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы.
Читайте нас в