-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2020, 12:45

Сәй өҫтәленә - тәмлекәс

Баҡсала еләктәрҙең ҡыҙарып, һутланып бешкән сағы. Еләктән телде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләргә мөмкин. Һеҙҙең иғтибарға шундай бер рецепт.

Бының өсөн ярты килограмм ҡатлы ҡамыр, 300-400 грамм баҡса еләге, өс аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм ванилле шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, он, кукуруз крахмалы кәрәк.
Тәүҙә шәкәрҙе ванилле шәкәр менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатлы ҡамырҙы йәйәбеҙ. Киҫәктәргә бүлеп еләктәрҙе һалабыҙ. Еләктең һуты аҡмаһын өсөн ярты сәй ҡалағы крахмал өҫтәйбеҙ. Бер сәй ҡалағы шәкәр ҡатнашмаһы ҡушып ситтәрен бөкләйбеҙ. Артабан форманы майлап, тәмлекәстәрҙе теҙәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һылап, бер нисә урындан тишәбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тик
лем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Читайте нас в