-24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2020, 10:25

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләренә!

Хөрмәтле Ғафури районы һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!

Был көндә табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, фармацевтар һәм кешеләр һаулығы һағында тороусылар рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итә. Һеҙҙең шәфҡәтле ҡулығыҙҙа донъялағы иң ҡәҙерле байлыҡ – кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге. Һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалып, башҡаларға ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙерһегеҙ. һеҙҙең өсөн ял да, байрам да юҡ, эшегеҙ түҙемлелек, физик һәм рухи көс, белем һәм оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм һиҙгерлек талап итә. Ләкин көндәлек хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре – бар тырышлығығыҙҙы аҡлай.
Быйыл һөнәри байрамығыҙ COVID-19 пандемияһы ваҡытына тура килде. Барыбыҙ өсөн дә ауыр осорҙа йәмғиәтебеҙ медицина хеҙмәткәрҙәренең эше ни тиклем мөһим һәм яуаплы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанды. Әле лә күптәрегеҙ яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. Беҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ һәм ихтирам итәбеҙ.
Кешеләр һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Ҡәҙерле һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә эскерһеҙ, сыҙамлы, мәрхәмәтле хеҙмәтегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт! Ысын күңелдән бәхет, именлек, тотороҡлолоҡ, һәм иң мөһиме һеҙ башҡаларға бүләк иткән – сәләмәтлек теләйем! Пациенттарығыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре ишетергә яҙһын, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в