-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2020, 20:25

Көн ҡаҙағында - мал аҙығы әҙерләү

Уҙған кесе йомала (10 июндә) мал аҙығы әҙерләү буйынса район семинары билдәле сәбәптәр арҡаһында онлайн-режимда үтте.

Сараны алып барыусы Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге (элекке ауыл хужалығы бүлеге) директоры Юрий Александрович Родионов кәңәшмәнең маҡсатына туҡталды, унда ҡатнашыусыларға әүҙем һәм емешле эш теләне. Һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирҙе.
Фәнзил Фәйез улы семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, ҡыҫҡаса райондың малсылыҡ тармағындағы хәл-торош менән таныштырып үтте.
- 2020 йылдың 1 июненә районда 16455 баш һыйыр малы аҫрала, - тип билдәләне ул. – Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 100,8 процент тәшкил итә. Һауын һыйырҙары 7224 баш (100,9%), аттар – 2807 (100,4%), сусҡалар – 1463 (105,3%), бал ҡорттары 17700 баш (100,4%) иҫәпләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында 70274 баш тауыҡтан 7807 мең дана йомортҡа етештерелгән. Ә ағымдағы йыл башына 18963 дана (321,1%) йомортҡа етештерелгән.
Артабан Ф.Сыңғыҙов ауыл хужалығы етештереүселәренең былтырғы күрһәткестәрен сағыштырып, эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. 2019 йылда 274000 центнер (2018 йылға ҡарата 100,3%), шуның 61247 центнеры (100,3%) ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына тура килә; 50290 центнер, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-ларҙа 5652 центнер (100%) һыйыр һәм ҡош ите етештерелгән (күрһәткестәрҙең икәүһе лә 2018 йыл кимәлендә).
2019 йылда бер һыйырҙан ауыл хужалығы предприятиеларында - 4376 кг (2018 йылға ҡарата 105,9%), ә “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һында 4452 кг һөт һауып алынған.
Ағымдағы йылдың 5 айында хужалыҡ итеүҙең бөтә формаларында 8,5 мең тонна һөт (100,2%), шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-ларҙа 2478 тонна, һыйыр һәм ҡош ите 933 тонна (100,4%) етештерелгән. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәр һыйырҙан 1900 кг (100,2%) һөт һауыла.
Артабан Фәнзил Фәйез улы районыбыҙ аграрийҙарының яуаплы мәл – мал аҙығы әҙерләүгә әҙерлек кимәленә иғтибарҙы йүнәлтте.
- Мал аҙығы әҙерләү кампанияһын уңышлы уҙғарыуға районда 80 тонна тирәһе дизель яғыулығы талап ителһә, бөгөнгө көнгә барлыҡ хужалыҡтар ҙа 100% яғыулыҡ менән тәьмин ителделәр, - тип билдәләп үтте район етәксеһе. – Ауыл хужалығы техникаһы әҙерлеге лә бик яҡшы. Хужалыҡтарҙағы мал аҙығы әҙерләү комбайндары ла (6 берәмек) тулыһынса ентекле әҙерләнде, сапҡыстар (аҫылмалы һәм тағылмалы, барлығы 35 берәмек). “Сатурн” КХ-һы менән “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һында үҙйөрөшлө сапҡыстар (2 берәмек) эшләйәсәк. Шулай уҡ тырмалар (30 берәмек) һәм пресс-йыйғыстар ҙа (32 берәмек) тулыһынса әҙер.
-Районда мал аҙығы культуралары 10014 гектар майҙанды биләп, күп йыллыҡ үләндәр – 7474 гектарҙа (ауыл хужалығы предприятиеларында – 1985, КФХ-ларҙа – 1383, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 4100 гектар) сәселгән. Кукуруз – 207, бер йыллыҡ үләндәр 2000 гектар тәшкил итә. 63000 тонна бесән, сенаж – 15000, силос – 12000, туҡлыҡлы аҙыҡты 28000 тонна әҙерләргә планлаштырыла.
- Әгәр ҙә алға ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәп сыҡһаҡ, һәр шартлы мал башына кәмендә 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнәсәк һәм малдарҙы туҡ ҡышлатырға мөмкин буласаҡ.
Хужалыҡтарҙың барыһы ла мал аҙығы әҙерләүгә тотондо: күп йыллыҡ үләндәр сабылып, сенаж һалына һәм бесән әҙерләнә. Көндәр матур тора, үлән мул, сабынлыҡтар етерлек, ҡыҫҡа срокта, уңайлы мөмкинлектәрҙән файҙаланып, ике йыллыҡ мал аҙығы әҙерләүгә өлгәшергә кәрәк, - тигән теләктәрен еткерҙе аграрийҙарға ра-йон етәксеһе сығышын йомғаҡлап.
Ф.Сыңғыҙовтың фекерен Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.А.Родионов дауам итеп, әле нәҡ люцерна сабыуҙың иң ҡулай мәле булыуын, ә бына кәзә үләненең сәскә атыуын, уны сабырға һуңғараҡ ҡалып барылыуын, был культураны башҡа ҡуҙаҡлы үләндәр кеүек сәскәгә төймәләнгәндә сабыу отошло булыуын билдәләне. Шул ваҡытта һөттөң аҡһымы юғары, һатыу хаҡы ла ҡиммәтерәк була. Һөт сифатына шулай уҡ һауын һыйырҙарына кукуруз силосы ашатыу һәйбәт йоғонто яһай. Әммә был культураны “Урожай” һәм “Урман” хужалыҡтарында ғына үҫтерәләр, һөҙөмтәлә, сифатлы һөттө лә тап улар һата.
- Мал аҙығы әҙерләү өсөн һауа торошо бик матур тора, шуға ла бар көстө был эште ҡыҫҡа срокта тамамлауға йүнәлтергә кәрәк. Был тәү сиратта сенажға һалынған йәшел массаға ҡағыла – үләнде соҡорҙарға нисек сифатлыраҡ тултырһаң, сенаж да сифатлыраҡ булыуы билдәле. Беҙ матур торған көндәрҙе тулы көсөнә, мөмкинлектәрҙе һәм шарттарҙы файҙаланып, һәр бер шартлы мал башына 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә тырышырға тейешбеҙ. Ауыл хужалығы техникаларының әҙерлеге яҡшы, мал аҙығы әҙерләү кампанияһын үҙ көсөбөҙ менән атҡарып сыға аласаҡбыҙ. Теләге булғандар МТС ярҙамына өмөт итә ала: улар 10-12 берәмек мал аҙығы урыу комбайндары, сапҡыстар һәм башҡа техника тәҡдим итә.
Артабан Үҙәк агрономы Илгиз Әмир улы Хөснийәров “Мал аҙығы әҙерләү технологияһы” хаҡында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
-Ҡыяҡлы культураларҙы сабыуҙы башаҡтар баш ҡоҫҡан ваҡытта, ә ҡуҙаҡлыларҙы сәскәгә төймәләнгәндә башларға кәрәк. Ә сабылған үләнде артабан сенажға һалыу өсөн дымлылығы мотлаҡ 60 проценттан артмағанда йыйыу яҡшыраҡ. Ваҡлау 1,2-2 см-ҙан эрерәк булырға тейеш түгел. Сенаж соҡорон тығыҙлауға айырым иғтибар бирергә кәрәк: тейешенсә (тығыҙ) сенаж массаһынан һауаһы сығарылып, массала сереү процесы үҫешен һәм карбон кислоталары барлыҡҡа килеүҙе туҡтата. Сенаж һалғанда мотлаҡ тәьҫире бер үк булған химик йәки биологик консерванттар ҡулланырға кәрәк. Шулай уҡ ҡаплау материалы хаҡында ла алдан ҡайғыртыу фарыз, уларҙы ҡулланыу мал аҙығының сифатын яҡшырта һәм һаҡлағанда юғалтыуҙарҙы кәметә. Сенаж һәм силос-ты ҡуҙаҡлы һәм бер йыллыҡ үләндәрҙән һалыу яҡшыраҡ – ҡыҫҡаса ошолар хаҡында һөйләне белгес.
“Россельхозцентр” филиалының баш агрономы Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы Хәйретдинованың сығышы ла һәр кем өсөн фәһемле булды.
- Беҙҙең районда сәселгән орлоҡтар – бик яҡшы сифатлы, элита һәм суперэлиталы, I, II һәм юғары репродукциялы, шуға ла сифатлы иген йыйып алынасаҡ. Бер бөртөк тә орлоҡсолоҡ хужалығы булмаған районыбыҙ өсөн был уғата яҡшы күрһәткес. Мал аҙығы культуралары буйынса ла, әгәр ҙә уларға етди тотонһаң, ошондай уҡ һөҙөмтәгә килергә мөмкин, йәғни бөгөнгө көнгә мал аҙығы базаһын нығытыу һәм тотороҡландырыу өҫтөнлөклө бурыстар булып тора. Бер йыллыҡ үләндәрҙән вика-һоло ҡатнашмаһын “Урожай” ЯСЙ КХ-һында, “Восход-СТ” ЯСЙ АП-һы, “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һында сәсәләр. Һуңғыһында суданка үләнен үҫтерәләр. Ғөмүмән, ҡуҙаҡлы һәм ҡыяҡлы культураларҙы бергә сәсеү продуктлылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәрҙән башҡа ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырып булмай. Күп кенә күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәре ҡыҫҡартылғайны, уларҙы тергеҙеү талап ителә. 2018-2019 йылдарҙа күп йыллыҡ, атап әйткәндә, көнсығыш галечи (көнсығыш кәзә үләне) орлоғо менән “Урман” КХ-һында ғына шөғөлләнделәр һәм уғата яҡшы сифатлы орлоҡ алдылар. Был кәзә үләненең иң ҙур майҙандары “Урожай” ЯСЙ КХ-һында. Былтыр “Ғафаров” КФХ-һы менән “Әфләтуллин” КХ-һы люцерна сәсте. Әммә был ғына бик әҙ, - тине Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы һәм эспарцет (йылҡы борсағы) менән донник (ҡандала үләне) кеүек культуралар хаҡында семинарҙа ҡатнашыусыларҙың иҫтәренә төшөрҙө.
- Әлеге мәлдә матди ресурстарҙы экономларға, тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡларға һәм арттырырға, үҫемлекселек продукцияһын етештереүҙе тотороҡландырырға булышлыҡ иткән күп йыллыҡ үләндәргә ныҡлы иғтибар бүлергә кәрәк, - тип сығышын йомғаҡланы ул.
Экструдированный аҙыҡтар етештереү хаҡында Үтәк ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Динара Ғиззәтуллина (йәнлекселек менән шөғөлләнгән, малсылыҡта ит етештереү йүнәлешендә эшләй башлаған) һөйләне.
Семинарҙы йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов аграрийҙарға эштәрендә уңыштар теләне, шулай уҡ барыһын да һаҡлыҡ, хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәргә саҡырҙы.
Читайте нас в