-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2020, 11:35

Йәштәр – йәмғиәтебеҙ киләсәге

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 1993 йылдан алып 27 июнь - Йәштәр көнө тип билдәләнә. Ошо байрам уңайынан районыбыҙ йәштәренең тормошо һәм йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы мөдире Ансаф Айрат улы Кәримовҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:

- Йәштәр - беҙҙең киләсәгебеҙ, тип белмәй әйтмәйҙәр. Тап улар йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем, инициативалы өлөшө булып тора. Мин был вазифаны әле оҙаҡ башҡармаһам да, коронавирус эпидемияһы кеүек яуаплы осорҙа әүҙем йәштәр менән бергә эшләргә тура килде. Ирекмәндәр менән дә әүҙем эш алып барҙыҡ.
Үҙемә килгәндә, 1990 йылда Ишембайҙа тыуғанмын. Ҡалалағы Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында юрист һөнәрен алдым. Тәжрибәм бар тип әйтә алам, сөнки шәхси компанияларҙа ла, Ишембай ҡала хакимиәтендә хужалыҡты үҫтереү буйынса ла эшләп алдым. Һәр өлкә ҡыҙыҡлы, әммә берҙәм эшләгәндә генә нимәгәлер өлгәшергә була.
Әле районда Йәштәр көнөнә әҙерлек алып барабыҙ. Был байрам да онлайн форматта үтәсәк. Шәмбе көнө буйына район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән концертты ҡарарға була. Быйыл мәктәпте миҙалға тамамлаусыларҙы, ирекмәндәрҙе, спортта үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән йәштәрҙе, “Таҙалыҡ көнө”ндә әүҙем ҡатнашҡандарҙы ҡотлап үтергә йыйынабыҙ. Йәштәр көнөндә байрам онлайн-зарядка менән башланып, шулай уҡ Радик Юлъяҡшиндың репертуарынан йырҙар башҡарған йәш фанаттар өсөн айырым акция булдырырға ла уйлашабыҙ.
Районда һәләтле, әүҙем йәштәр бик күп. Шулар араһынан Ольга һәм Олег Блохиндар, Фәнзил Ғәлинды маҡтап үтке килә. Улар бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар. Шундай таянып эшләрҙәй йәштәр булыуы һөйөнөслө. Спорт һөйөүселәребеҙ республика, Рәсәй кимәлендә лә үҙҙәрен һынатмай. Шуға ла дөйөм эшебеҙ өсөн БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының маҡтау һүҙҙәрен дә ишетергә тура килде. Алдағы пландарға килгәндә эшләнәһе эштәр байтаҡ, шул уҡ ваҡытта һорауҙар ҙа күп. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, бәлиғ булмағандар араһында профилактика эштәре алып барыу йәһәтенән төрлө программалар буйынса эшләйбеҙ. Йәштәр грант, субсидия йүнәлешендәге конкурстарҙан да ситтә ҡалмаһындар, күберәк ҡатнашһындар ине. Район оҡшай, матур, үҫеш бар, тырышасаҡбыҙ.
Һүҙемде йомғаҡлап, районыбыҙҙың барлыҡ йәштәрен Йәштәр көнө уңайынан ҡайнар ҡотлайым. Алдарына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә яҙһын, әүҙем булығыҙ.

Читайте нас в