-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 13:20

“Башҡорт ихаталары” үҙ эшен башланы

Районыбыҙҙа “Башҡорт ихаталары” программаһының сираттағы этабына старт бирелде. Район үҙәгендәге Калмыков урамының 12-се, 16/2-се һәм Гагарин урамындағы 7/4-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре бара.

Районыбыҙҙа “Башҡорт ихаталары” программаһының сираттағы этабына старт бирелде. Район үҙәгендәге Калмыков урамының 12-се, 16/2-се һәм Гагарин урамындағы 7/4-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре бара.
Ихата биләмәһендәге юлдарҙың иҫке асфальт ҡатламдары алынып, эргә-тирәһе киңәйтелә. Бында өҫтәп автомашина ҡуйыу урындары, тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн юлдар, кер элеү майҙансыҡтары, газондар урынлаштырыу планлаштырыла. Балалар өсөн күптән көткән йомшаҡ резина өҫлөклөклө балалар һәм спорт майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк. Яҡтылыҡ етмәгән урындарҙа өҫтәлмә урам яҡтыртҡыстары ҡуйыласаҡ.
“Башҡорт ихаталары” республика программаһының быйылғыһында төбәк буйынса 380 ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү күҙаллана. Был маҡсатҡа 1,77 млрд һум аҡса үҙләштереү планлаштырыла. Шуның 1,67 млрд һумы (94%) респуб-лика бюджетынан бүленһә, 83,5 млн һумын (5%) муниципалитеттар финанслаясаҡ, 16,7 млн һумы (1%) – торлаҡ милекселәре иҫәбенән. Башта 2 млрд һум аҡса бүленергә тейеш булһа, әммә коронавирус менән бәйле сараларҙы финанслау йәһәтенән сумма ҡыҫҡартылды.
Республикала ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса барлыҡ эштәрҙе 9 октябргә тамамларға планлаштырыла.
Читайте нас в