-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 14:00

Күптәр өсөн өлгө

Красноусол ауылында йәшәүсе Гөлшат Ғәйфулла ҡыҙы менән Ғәни Ғаззали улы Мөхәмәтшиндар был көндәрҙә икеләтә шатлыҡ кисерә.Республикабыҙҙың Алкино ауылындағы хәрби часта хеҙмәт итеүсе улдары Алмаз июлдә хеҙмәтен тултырып, тыуған йортҡа ҡайтасаҡ тип көткәндә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, хәрби частан ата-әсәгә Рәхмәт хаты, уның артынса өлгөлө хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы килеп төштө.

Красноусол ауылында йәшәүсе Гөлшат Ғәйфулла ҡыҙы менән Ғәни Ғаззали улы Мөхәмәтшиндар был көндәрҙә икеләтә шатлыҡ кисерә.
Республикабыҙҙың Алкино ауылындағы хәрби часта хеҙмәт итеүсе улдары Алмаз июлдә хеҙмәтен тултырып, тыуған йортҡа ҡайтасаҡ тип көткәндә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, хәрби частан ата-әсәгә Рәхмәт хаты, уның артынса өлгөлө хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы килеп төштө.
"Хөрмәтле Гөлшат Ғәйфулла ҡыҙы һәм Ғәни Ғаззали улы! Улығыҙ, ефрейтор Алмаз Ғәни улының Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәүе хаҡында хәбәр итәбеҙ. Ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп үтәүе менән ул хеҙмәттәштәре һәм командирҙарының ихтирамын яуланы. Ул күптәр өсөн өлгө булып тора.Улығыҙҙы лайыҡлы ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт," - тип яҙа хәрби часть командиры гвардия полковнигы С.Порохня.
- Алмаз бәләкәйҙән тырыш, спорт менән дуҫ булды. Ташбүкән ауылынан Красноусолға күсеп килгәс, башҡорт гимназия-интернатында уҡыны, һәр сараның уртаһында булды, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнде. Мәктәптән һуң БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамланы. Унда ла үҙен һәйбәт спортсы итеп танытты, фольклор түңәрәге менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашты, - ти улы хаҡында Гөлшат Ғәйфулла ҡыҙы.
Әрме хеҙмәтенә тиклем Алмаз йәнә бер һөнәр алыу маҡсатында Ишембай нефть колледжына уҡырға инә, ситтән тороп уҡып, икенсе курсты тамамлай. Әрмегә тиклем өҫтәмә рәүештә "С" категорияһына таныҡлыҡ ала. Тырышлығы, әүҙемлеге менән Алмаз, ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Читайте нас в