-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 12:40

Һулар һауа кеүек саф күңелле

Беҙҙең Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы үҙ коллективында һулар һауа кеүек кәрәкле Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғәзетдинова һымаҡ кеше булыуы менән сикһеҙ бәхетле. Районда уны белмәгәндәр ҙә һирәктер, моғайын. Уның нескә иңендә колледж тотоноп тора, тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ. Уҡыу-производство йүнәлешендәге һорауҙарҙы һәр саҡ еңел, сабыр ғына хәл итә, ваҡыт менән дә иҫәпләшеп тормай.

Беҙҙең Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы үҙ коллективында һулар һауа кеүек кәрәкле Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғәзетдинова һымаҡ кеше булыуы менән сикһеҙ бәхетле. Районда уны белмәгәндәр ҙә һирәктер, моғайын. Уның нескә иңендә колледж тотоноп тора, тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ. Уҡыу-производство йүнәлешендәге һорауҙарҙы һәр саҡ еңел, сабыр ғына хәл итә, ваҡыт менән дә иҫәпләшеп тормай.
Ул хеҙмәт юлын 1994 йылда 130-сы һөнәри-техник училищела рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡытып башлай. Баҫалҡы, үтә яуаплы булыуы менән бер рәттән беренсе көндән үк уҡытыусылар коллективында һәм үҙ уҡыусылары араһында абруй ҡаҙана. Күпмелер ваҡыт үтеүгә Гүзәл Тимерхан ҡыҙын ҡатмарлы һәм үтә яуаплы булған вазифаға - уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Училище контингенты менән һәр саҡ маҡтана алмауыбыҙ ҙа бер кемгә лә сер түгел. Күп үҫмерҙәр беҙгә “икенсегә” әйләнеү өмөтө менән килә. Һәм ысынлап та, улар тәғәйен белем һәм һөнәр алып, киләсәк тормошта үҙ урындарын табып, кәрәкле кеше булып китәләр. Мәктәптә белем менән алдыра алмаған балаларҙың уңыштары нимәлә һуң?! Гүзәл Тимерхан ҡыҙының яуабы үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта бер нимәгә лә шик ҡалдырмай: “Иң тәүҙә педагогтарҙың, производствоға өйрәтеү мастерҙарының студент-тарға иғтибары мөһим. Мәктәптә улар күҙгә салынып бармай, ә бында һөнәр үҙләштереп, техника менән эшләйҙәр, нимәнелер үҙ ҡулдары менән булдыралар. Әгәр ҙә килеп сыҡһа, үҫмерҙәрҙә үҙҙәренә ҡарата ышаныс тыуа, уҡыуға теләк һәм уңышҡа ирешеү көсө арта. Колледж коллективының бурысы – уларҙы бөтә ошо изге эштәренән тайпылдырмай ярҙам итеп, дөрөҫ юлға йүнәлеш биреү”, - ти ул.
Был вазифала Гүзәл Тимерхан ҡыҙы иғтибарҙы башлыса төрлө кластан тыш характерҙағы тәрбиәүи сараларға бүлә. Ҡыйынлыҡтар һәр саҡ була, әммә көслө характерлы педагогты уңышһыҙлыҡтар сәмләндерә генә. Уның ниәте менән училищела “Театрал” тип аталған театр коллективы барлыҡҡа килде. Училищеның ғына түгел, райондың ғорурлығы булған был коллектив республика күләмендә лә сығыш яһап, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән. Шулай уҡ был уҡыу йортонда “Йәйғор” бейеү ансамбле лә директор урынбаҫарының тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Районыбыҙҙың билдәле бейеүсеһе Илшат Хәбибуллин да үҙенең ижади юлын ошо түңәрәктә шөғөлләнеп башлаған. Улар йылдың-йылы һәйбәт уңыштарға ирешеп, күп призлы урындар алғандар.
2003 йылда Гүзәл Тимерхан ҡыҙы “Мин сәнғәт иленә керәм” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй художестволы ижад фестивалендә уҡыусыларҙы һәм Башланғыс һөнәри белем биреү эшселәрен юғары кимәлдә ойошторған һәм үткәргән өсөн Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләнгән.
Уҡытыусым булараҡ мин уны һөнәрендә нығыраҡ аңлайымдыр кеүек. Ул мине һәр саҡ оҙата бара: иң тәүҙә, Бурлы урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым булһа, һуңыраҡ 10-сы класты тамамлап уҡырға кергәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында, ә институт тамамлап, үҙ районыма эшкә ҡайтҡас, ул мине 130-сы һөнәрселек училищеһында “көтөп тора” ине. Һауа кеүек күренмәҫ, әммә һәр саҡ эргәңдә булған дуҫтар була, ул да тап шулай. Уның дәрестәре йылылыҡ һәм күңел биреп уҡытылыуы менән айырылып, бөйөк классиктарҙың әҫәрҙәре тураһында һөйләгәндә, беҙ геройҙар менән бергә көлөп һәм илап, шул осор күренешендә бергә ҡатнашҡан кеүек ваҡиғалар эсенә сума торғайныҡ. Хәҙер шундай кеше менән коллегалар булыуыма ғорурланам һәм уны һынатмаҫҡа ла тырышам, үҙемде һаман уның уҡыусыһы кеүек тә тоям. Уға аралашыусанлыҡ, толерантлыҡ һәм талапсанлыҡ кеүек һыҙаттар хас. Уның күп төрлө бүләкләнеү йыйылмаһында үҙ уңыштары һәм уҡыусыларының бихисап еңеүҙәре күренә. Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында уның уҡыусылары Венера Рәхмәтуллина, Оксана Стукалованың эштәре икенсе урынға лайыҡ булған. Ә Алексей Садаев “Беҙ бергә күберәк булдырабыҙ” әҙәби республика конкурсының “Мин ғәзиз әсәйемде яратам” номинацияһында беренсе урын яулаған. Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттары араһында уның уҡыусылары республика олимпиадаларында ун иң көслөләр рәтенә ингәнлеге лә уның эшенең һөҙөмтәһе. 2003 йылдан Гүзәл Тимерхан ҡыҙын уҡыу-про-изводство эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Һәм әлегәсә байтаҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеп, ошо йөктө намыҫлы тарта. Уҡыу һәм тәрбиә йүнәлешендә өлгәшкән уңыштары һәм түккән көсө өсөн ул училищеның, Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының Маҡ-тау грамоталары, “БР-ҙың мәғариф отличнигы”, “РФ-ның башланғыс һөнәри белем биреүҙең почетлы эшсеһе” билдәләре менән бүләкләнгән. Бар күңелен һалып эшләгән, яҡты һәм саф күңелле коллегабыҙға яңы пландар менән маҡсаттарын тормошҡа ашырып, һаулыҡ, уңыштарға төрөнөп, киләсәктә лә арымай-талмай эшләргә яҙһын.


Йәмилә ӘБДЕЛМӘНОВА,
Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы уҡытыусыһы.

Читайте нас в