-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 13:35

Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын

3 июлдә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районыбыҙ юлдарында тәртип һәм именлекте 9 кешенән торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре (6-һы – юл-патруль хеҙмәте инспекторы) һаҡлай. Һөнәри байрамдары уңайынан ЮХХДИ начальнигы, полиция капитаны Альберт Миңлеғәлим улы БОРХАНОВҡа (хеҙмәт стажы – 17 йыл, икенсе йыл етәкселек итә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

3 июлдә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районыбыҙ юлдарында тәртип һәм именлекте 9 кешенән торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре (6-һы – юл-патруль хеҙмәте инспекторы) һаҡлай. Һөнәри байрамдары уңайынан ЮХХДИ начальнигы, полиция капитаны Альберт Миңлеғәлим улы БОРХАНОВҡа (хеҙмәт стажы – 17 йыл, икенсе йыл етәкселек итә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
-Беҙҙең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген, именлекте тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Был тәңгәлдә инспекторҙарыбыҙ һынатмай, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙә бар тырышлыҡтарын һалып эшләйҙәр, бурыстарына етди, яуаплы ҡарайҙар. Ағымдағы йылдың 6 ай арауығында районыбыҙ юлдарында 121 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда 9 кеше зыян күрҙе (былтырғы менән сағыштырғанда 2-әүгә кәмерәк). Ике юл-транспорт фажиғәһендә үлем осрағы булды. Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуйылманы.
Эскән килеш транспортҡа идара итеүселәргә ҡаты яза бирелеүгә, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырылыу янауына ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй, улар ғәйебе менән юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Руль артына “төшөрөп” ултырған 66 водитель асыҡланды (былтыр 91 ине) һәм улар ҡатнашлығында йыл башынан ике авария булды. 6 айҙа эскән хәлдә автомобилгә ҡайтанан идара иткән 9 кешегә енәйәт эше асылды. Йәйәүлеләр тарафынан 100 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлде.
Әүәлгесә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙың ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығып уҙыу һәм хәүефһеҙлек ҡайышына әһәмиәт бирмәү, шулай уҡ автомобиль тәҙрәләрен тонировкалау факттары күп.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары һәр ваҡыт юлдарҙа – водитель һәм йәйәүлеләр янында. Улар тарафынан халыҡ араһында аңлатыу эштәре даими алып барыла. Юлдарҙа бәлә-ҡаза осраҡтарын, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү йәһәтенән төрлө профилактик саралар, операциялар уҙғарыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Быйыл коронавирус киҙеүе менән бәйле, йыл да уҙғарыла килгән саралар, КВН, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурстары онлайн режимда үткәрелде.
Беҙ эшебеҙҙә район етәкселеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең ярҙамын тоябыҙ. Атап әйткәндә, ҡайһы бер – авария осраҡтарының йыш күҙәтелгән урындарында видеокамералар урынлаштырылды. Ике видеокамераның береһе күптән түгел Красноусолда урау юл менән Маяковский урамы киҫелешендә, икенсеһе - Аҡкүл ауылында урын алды. Район үҙәгенең транспорт хәрәкәтенең иң йәнле участкалары – Калмыков менән К.Маркс урамдары киҫелешендә светофорҙар урынлаштырылыуы юл-транспорт ваҡиғалары кәмеүгә килтерҙе. Шулай уҡ Красноусолдағы транспорт иң күп йөрөгән урындарға яҡын урынлашҡан мәктәптәр һәм балалар баҡсалары янында йәйәүлеләр өсөн яһалма юл тигеҙһеҙлектәре (шулай уҡ балалар макеты) урынында яңы “Т-7” тибындағы светофорҙар ҡуйылды. Красноусол ауыл биләмәһе тап ошо урындарҙа өҫтәлмә йәйәүлеләр үткәүеле урынлаштырырға планлаштыра.
Коронавирус киҙеүе менән бәйле карантин осоро ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн бик тә көсөргәнешле булды: был мәлдә лә беҙ уяулыҡты юғалтманыҡ, яңы шарттарға тиҙ яраҡлаштыҡ. Әле лә эшебеҙҙе был режимда дауам итәбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Хеҙмәттәренең – уң, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, еңел булмаған яуаплы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт бурыстарын һәр ваҡыттағыса яуаплылыҡ менән башҡарыуҙарын, ғаиләләренә именлек, күтәренке кәйеф теләйем.


Индира ИШКИНА яҙып алды.

Читайте нас в