-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль 2020, 13:50

Татыулыҡта ғүмер итәләр

Йөҙимән ауылында йәшәүсе Илгиз Сәйфетдин улы Әбсәләмов хаҡында һүҙем.

Йөҙимән ауылында йәшәүсе Илгиз Сәйфетдин улы Әбсәләмов хаҡында һүҙем.
Ошо ауылдың ир-уҙаманы Илгиз - Дәүләтбикә менән Сәйфетдин Әбсәләмовтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә 1960 йылдың 5 июнендә донъяға килә. Тыуған ауылы мәктәбенә уҡырға төшөп, белем алып, 8-се кластан һуң, артабан уҡыуын Шафран урта һөнәри техник училищеһында, һуңынан Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында дауам итеп, ветеринар һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес Ҡарағай ветеринар участкаһында эш башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, ветеринар-табип дипломына эйә була. 40 йылдан ашыу дәүер эсендә бай тәжрибәгә эйә булған мал табибы яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөн дә ветучасткала лайыҡлы хеҙмәт итә.
1984 йылда Уҫман ауылы һылыуы Рәмзиә менән яҙмыштарын бергә бәйләп, ғаилә ҡоралар һәм бик матур, татыулыҡта ғүмер итәләр. Күпләп мал бағалар: һыйыр һәм башмаҡтары 3-әр баш, 5 баш ат, өс тиҫтәгә яҡын һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Донъялары ҡыйып баҫҡыһыҙ, бөхтәлек, таҙалыҡ ҡапҡа тышынан уҡ билдәле. Ике ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Өлкәне – Илназ Себерҙә эшләй, ғаиләле, бер улға атай. Кесеһе – быйыл әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Илнарға никах уҡытып, башлы-күҙле иткәндәр.
Үҙ вазифаһын башҡарғанда төплө белем һәм эшен еренә еткереп үтәү хас булған мал табибы һөнәри оҫталығын да даими камиллаштырып тора. Һөнәри бурысына намыҫлы һәм яуаплылыҡ менән ҡараған И.С.Әбсәләмовтың тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар район һәм Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Илгиз Әбсәләмов үҙенең 60 йәшлек юбилейын эшендә генә түгел, тормошонда ла: хәстәрлекле атай, яратҡан олатай, арҡа терәр ир булып, лайыҡлы ҡаршыланы. Яратҡан эшенән йәм, ғәм табып, артабан да лайыҡлы хеҙмәт итергә яҙһын.


Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.

Читайте нас в