-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2020, 14:40

Байрамда йөҙҙәре яҡты

Яңғыҙҡайын почта бүлексәһенән кешеләр ағымы һис өҙөлмәй. Һәр кем үҙ йомошо менән килә бында: кемдер матбуғат баҫмаларына яҙыла, электр энергияһы, газ өсөн түләй, телефонға аҡса һала, ҡайһылары заказлы хаттар ебәрә.

Яңғыҙҡайын почта бүлексәһенән кешеләр ағымы һис өҙөлмәй. Һәр кем үҙ йомошо менән килә бында: кемдер матбуғат баҫмаларына яҙыла, электр энергияһы, газ өсөн түләй, телефонға аҡса һала, ҡайһылары заказлы хаттар ебәрә.
Бөгөнгө почта хеҙмәткәрҙәренә бик күп бурыстар йөкмәтелгән. Элгәре улар нигеҙҙә гәзит-журналдарға яҙҙырып, уларҙы һәм пенсия таратыу, посылка-бандероль ҡабул итеү-тапшырыу, конверт-открытка һатыу менән мәшғүл булһа, бөгөн инде уларға йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ тиергә мөмкин. Матбуғат баҫмаларына подписка ғына түгел, тауар әйләнеше буйынса ла план ярайһы ғына бирелә. 16 йыл почта бүлексәһе начальнигы йөгөн тартҡан Лилиә Хәлил ҡыҙы Бохармәтованың зарланғанын һис тә ишетмәҫһең. Ул был мәшәҡәтле, яуаплы, бер үк ваҡытта ауыр ҙа эшенән йәм, тәм табып башҡара һәм килеүселәрҙе һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, итәғәтле итеп хеҙмәтләндерә. Почта хеҙмәте эшенең барлыҡ нескәлектәрен белә ул. Хәҙер инде бөтөүгә дусар булған Яңы Заһит ауылында тыуып үҫкән Лилиә Хәлил ҡыҙы бынан 30 йыл элек Ирек Ильяс улы (бар ғүмерен табип һөнәренә бағышланы) менән тормош ҡороп, Яңғыҙҡайынға килен булып төшә. 2004 йылда почта бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бохармәтовтар ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр, өлкәне Вадим – Красноусолда төпләнеп, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итһә, кесеһе Вилдан Ишембай нефть колледжынаң 1-се курсын тамамлаған.
Почта тармағы ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, Л.Бохармәтова үҙенең яратҡан эшенән айырылманы һәм намыҫлы хеҙмәтен дауам итә. Етәкселек тә уның тырыш хеҙмәтен баһалап тора. Былтыр 15 йыллыҡ эшмәкәрлеге айҡанлы Лилиә Хәлил ҡыҙы РФ Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Үҙ эшенә яуаплы һәм етди ҡарай, почтальондарҙан да шуны талап итә. Улар икәү: Рәйлә Фәрит ҡыҙы Уразаева менән Ләлә Рәшит ҡыҙы Фәйзуллина. Хат ташыусыларҙың тәүгеһе – 13, икенсеһе 4 йыл эшләй. Әйткәндәй, Красноусол ҡыҙы, район үҙәгендәге почтала хеҙмәт юлын башлап, бәхетен Яңғыҙҡайында тапҡан һәм ошонда яратҡан эшен дауам иткән Л.Фәйзуллинаның иһә был тармаҡта дөйөм эш стажы – 10 йыл. 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында почтальондарҙы 100-ҙән ашыу йортта “Табын” гәзитенең һәр һаны менән бергә көтөп алалар. Һынатмайҙар, матбуғат баҫмаларын халыҡҡа үҙ ваҡытында алып барып еткереп, тауар әйләнеше пландарын да үтәргә тырышып, иң мөһиме - кеше менән уртаҡ тел табып, маҡталып эшләйҙәр. Шуғалыр ҙа бында булғанда ауыл кешеләренән почтальондар хаҡында тик ыңғай һәм рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килде. Тимәк, ауылдаштарының ышанысын яулағандар. Ә был уларҙың тынғыһыҙ эшендә иң мөһиме булып тора ла инде.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар һаны кәмей бара. Иң ауыры беҙҙең өсөн – подписка осоро, - тиҙәр бер тауыштан почта хеҙмәткәрҙәре. – Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, балалар баҫмаларына яҙылыусылар бик әҙ. Гәзит биттәрендә балалар өсөн рубрика булдырылһын ине, - тигән теләген дә еткерҙе Л.Фәйзуллина. - Ауылда бигерәк тә “Табын”ға даими яҙылыусыларҙан район матбуғаты дуҫы Иҙрис Вәлишинды, уҡытыусыларҙан Наил Ғәлекәйев менән Әлфиә Ғафарованы атарға мөмкин. Ә бына бер район гәзите менән генә сикләнмәй, башҡа матбуғат баҫмаларына күпләп яҙылыусылар ҙа бар ауылда. Улар иҫәбендә Миңзилә Вәлишина, Бибинур Дәүләтшина, Әминә Ҡоломбәтова, Екатерина Мөьминовалар, Ләлә Шерметова (мәрхүмә булды) 9 мең һумлыҡ һәр төрлө гәзит-журналдар алдыра ине. Билдәле яҙыусы Рәшит Сабитовтың үҙе йәшәгән урамдан бер нисә кешегә ярҙам йөҙөнән республика баҫмаларын яҙҙырыуы маҡтауға лайыҡ (“Табын” гәзитен яҙҙырыуын да теләйек! – авт.). Шулай уҡ һәр бер подпис-ка кампанияһы осоронда “Р.В.Мөьминов” хужалығы һәм Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе етәкселегенең тос ярҙамын тоябыҙ. Үҙ хеҙмәткәрҙәренә матбуғат баҫмаларын яҙҙырған Риф Вәкил улы Мөьминов менән Ғаян Заһретдин улы Фәйезовҡа рәхмәтлебеҙ, - ти Лилиә Бохармәтова.
Яңғыҙҡайын почта бүлексәһе буйынса “Табын” гәзитен 106 ғаилә алдырып уҡый. Был инде Лилиә Хәлил ҡыҙының һәм почтальондарҙың ауылдаштары менән уртаҡ тел таба белеүе, улар араһында аңлатыу эше алып барыуы һәм, әлбиттә, үҙ эшен яратып башҡарыуы һөҙөмтәһе. Шуға ла үҙҙәренең һөнәри байрамдары – Рәсәй почтаһы көнөндә йөҙҙәре яҡты, кәйефтәре күтәренке.
Читайте нас в