-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2020, 14:05

Фажиғәгә илтеүсе өс сәбәп

Көндәр эҫеү менән һәр кем йылға-күл буйҙарына ашыҡты. Тик күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотто. Һөҙөмтәлә, был аҙнала һыу ингәндә алты кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы шуныһы аяныслы: ике көн эсендә өс бала Бөрө, Салауат ҡалаларындағы һәм Ауырғазы районындағы йылға-күлдә батып һәләк булды. Уларға 14–17 йәш ине.

Көндәр эҫеү менән һәр кем йылға-күл буйҙарына ашыҡты. Тик күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотто. Һөҙөмтәлә, был аҙнала һыу ингәндә алты кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы шуныһы аяныслы: ике көн эсендә өс бала Бөрө, Салауат ҡалаларындағы һәм Ауырғазы районындағы йылға-күлдә батып һәләк булды. Уларға 14–17 йәш ине.
Оператив мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, йыл башынан республикалағы һыу объекттарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр төшкө сәғәт икенән киске туғыҙға тик-лем һәләк булған.
Өс сәбәп – алкоголле эсемлек ҡулланған килеш, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөҙөү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу – фажиғәгә килтерә.
Килеп тыуған хәлгә бәйле, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте: “Таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам. Унда һыу аҫты ағымдары, упҡындар, батҡан ағастар, тәрән урындар һәм һалҡын шишмәләр булырға мөмкин. Эскән килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Балаларҙы яңғыҙҙарын һыу объекттарына ебәрмәгеҙ һәм йылға-күл буйында ял иткәндә бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәй фажиғәгә тарығандарҙың әсәләренең һәм туғандарының әсе күҙ йәштәре менән яҙылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һыу объекттарында һәр саҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Уларҙы яҡындарығыҙға һәм эргә-тирәләгеләргә боҙорға рөхсәт итмәгеҙ. Тик бергә генә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлаясаҡбыҙ”.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Көндәр был арала бик эҫе торасаҡ. Күптәребеҙ һыу буйҙарына ял итергә, һыу инергә барасаҡ. Һаҡ булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ҡағиҙәләр бик ябай: махсус рөхсәт ителгән урында һыу инеү, иҫерек килеш һыуға төшмәү, балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмау.
Читайте нас в