-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль 2020, 17:10

Пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп

1940 йылдың 16 июлендә Мораҙ ауылында Кәримә менән Ғосман Үтәгәновтарҙың өс ҡыҙлы ғаиләһенә шатлыҡ өҫтөнә һөйөнөс өҫтәп, йәнә иң бәләкәстәре, сәскәләй сабыйҙары – Нәсиха донъяға килә. Әммә уға бала саҡ бәхете тәтемәй, бер йәшлек кенә сағында һуғыш башлана.

1940 йылдың 16 июлендә Мораҙ ауылында Кәримә менән Ғосман Үтәгәновтарҙың өс ҡыҙлы ғаиләһенә шатлыҡ өҫтөнә һөйөнөс өҫтәп, йәнә иң бәләкәстәре, сәскәләй сабыйҙары – Нәсиха донъяға килә. Әммә уға бала саҡ бәхете тәтемәй, бер йәшлек кенә сағында һуғыш башлана.
Һуғыш йылдарының әсе һурпаһын уларҙың ғаиләһенә лә татырға тура килә. Ауыр көндәр килә, аслыҡ-яланғаслыҡ, әммә иң кесеһе булараҡ, апайҙары уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, ҡурсалап, был афәттән иҫән-имен ҡотолалар. Ялан-ҡырҙағы эштән ҡайтып инә алмаған инәйҙәрен апайҙары алмаштыра. Аслыҡтан уларҙы һыйырҙары ҡотҡара, бик тә уңған апайҙары уның ағын, май бешеп һатып, ғаиләгә туҡланыу өсөн ризыҡ йүнләйҙәр. Бала сағын һуғыш урлаған ҡыҙға ауыҙ тултырып “атай” тип әйтеү ҙә, атай яратыуын, хәстәрлеген тойоу, уның ныҡлы ҡанаты аҫтында үҫеү ҙә эләкмәй. Һуғышҡа киткән атаһына һөйөклөләре янына әйләнеп ҡайтыу насип булмай.
Мораҙ ауылының иң һылыу, сая ҡыҙҙарының береһе булып буй еткергән Нәсиха (әле лә төҫ ташламаған) 17 йәшендә генә кейәүгә сыға. Уларҙың күршеһендә килен булып йәшәгән бер туған Ғәлимә апаһына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Юлыҡ егете Саҙрислам (Самат) менән танышалар һәм тәү күреүҙән бер-береһенә ҡарата һөйөү хисе ярала. Әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, егет ҡыҙға үҙе менән яҙмышын бәйләргә ризалығын алып, өйләнешәләр.
1957 йылда Юлыҡта Моратовтар ғаиләһе барлыҡҡа килеп, йәштәр егеттең тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә. Тап ошо йылда колхоз тәүгеһенән шәкәр сөгөлдөрө сәсә. Йәш килен ҡушҡуллап бында эшкә сыға. Ауылда сөгөлдөрсө ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә звеноға бүленеп “татлы тамыр” эшкәртәләр, килен һынатмай, үҙ звеноһында һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Артабан Нәсиха апай хеҙмәт юлын мәктәптә йыйыштырыусы булып дауам итеп, ике тиҫтә йылға яҡын эшләп, хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны, Лениндың юбилей миҙалдарына эйә була. Торған ерҙән төшкән ер яҡын, тигәндәй, хәҙер Нәсиха апай Юлыҡта үҙ кешегә әйләнгән, ололар әйтмешләй, төшкән ерендә таш булып батҡан.
Ғаиләлә мөхәббәт емештәре – берҙән-бер ҡыҙҙары Рәмиләне үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар, уҡытыусы һөнәре алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер ул үҙе күптән инәй, әсәй ҙә. Кейәүҙәре Рауилды улдары кеүек күреп, үҙ ғаиләләренә ҡабул иткәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй генә мәрхүм була ул. Уларҙың балалары Руслан, Лилиә, Зөлфиә, Әлфиә үҙҙәре ғаиләле, атай-инәй булып, балалар үҫтерәләр. Баласыл Моратовтар дүрт ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, 3 бүлә, 4 бүләсәрҙең яратҡан, яғымлы олатай-өләсәһе лә. Уларҙы һөйөп-яратып туя алмай, “хазиналарыбыҙ”, тип әйтеүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Ғаилә башлығы Самат Шәйхетдин улы былтыр 85 йәшен билдәләгән. Бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлап, балта оҫтаһы, тимерлектә күршеһе тимерсе Фәтҡолислам ағайҙың ярҙамсыһы булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Күркәм, иркен йорт һалып керәләр. Ошоғаса малын да аҫрағандар, ат та тотҡандар. Әле умарта ҡарайҙәр. Иңгә-иң терәп, бер төптән булып, бер уй-маҡсатта, уртаҡ хыялдар менән матур ғүмер кисергән Нәсиха апай менән Самат ағай 63 йыл инде ауылдаштары алдында татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып йәшәй.
Заманында эштә тырышлығы, егәрлелеге менән айырылған, ҡәҙимге тормошта һәйбәт ҡатын, уңған хужабикә, хәстәрлекле инәй, әсәй, өләсәй, ғаилә усағын һаҡлаусы, сынъяһау донъяларының йәме-нуры ла Нәсиха Ғосман ҡыҙы.
-Инәйем менән атайым алсаҡ, ипле, изге, матур күңелле кешеләр, бер-береһенә иғтибарлы-ихтирамлылар. Матур тормош көтөүҙәре менән ауылдаштарға өлгө булып, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйҙәр, күрше-тирәләре менән дә татыуҙар. Уларҙың бер-береһенә ауыр һүҙ әйтеп, күңелен китеү түгел, йәмһеҙ ҡараштарын да күрмәҫһең, икеһе лә йор һүҙлеләр, шаяртып, яғымлы һөйләшеп, ихлас йылмайышып-көлөшөп кенә ғүмер йомғағын һүтәләр, иреш-талаш улар өсөн ситен. Атайымдың тәмәке, эскелек кеүек яман ғәҙәттәр менән дуҫлығы юҡ, гармунда оҫта уйнай. Мине лә ниндәй ҙә булһа музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеү теләге менән янған атайым мандолина ҡылдарын сиртеү серҙәрен асты. Һәм мине ғүмерем буйы был яратҡан музыка ҡоралы оҙата килә. Балаларҙы тәрбиәләгәндә, уҡыу йорттарында белем алған мәлдәрендә ныҡлы ярҙамдарын тойҙом, барыһы өсөн дә рәхмәт уларға, - ти ҡыҙҙары Рәмилә Самат ҡыҙы атай-инәһе менән ғорурлыҡ тойғоһо кисереп. Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың бәхетле булһын, тигәндәр, ә уларҙың ҡартлығы бәхетле.
Ғәҙәттә, ғүмер юлының ниндәй ҙә булһа бер баҫҡысына үрләгәндә һәр кем артына әйләнеп ҡарап, тормош юлын барлай, үтелгән ғүмерен баһалай. Был тәңгәлдә Моратовтарҙың ғүмер юлы йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел, күптәргә өлгө булырлыҡ, ғорурланып телгә алырлыҡ маҡтаулы. 80 йәшлек күркәм юбилейы көнөндә Нәсиха Ғосман ҡыҙына иҫән-һау булып, тормош юлдашы менән тиңлек-тигеҙлектә, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, тағы ла күп юбилейҙар ҡаршылауын теләйбеҙ.

Читайте нас в