-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июль 2020, 14:35

Һоҡланғыс кеше ине

Ярты быуат элек ҡот осҡос авария һәләтле педагог һәм һәйбәт ғаилә башлығы Ғиниәт Табулдиндың ғүмерен өҙә

Ярты быуат элек ҡот осҡос авария һәләтле педагог һәм һәйбәт ғаилә башлығы Ғиниәт Табулдиндың ғүмерен өҙә
Редакцияға уҡытыусы, педагогик хеҙмәт ветераны, мәғариф отличнигы Сания Ғиниәт ҡыҙы Фәйзуллина үҙенең атаһы – ярты быуат элек авария һөҙөмтәһендә фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлгән Ғиниәт Зиннәт улы Табулдин хаҡындағы иҫтәлектәрҙе гәзит биттәрендә яҙып сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Атайҙары юл һәләкәтендә гүр эйәһе булғанда ғаиләлә иң кесеһе Ринатҡа - 2, Санияға 10 йәш булһа, Ғиниәт ағайҙың үҙенә ни бары 38 генә... Ошо фажиғәле көнгә ярты быуат ваҡыт үтеп тә киткән. 50 йыл ваҡыт арауығында ул күпме яҡшы һәм файҙалы эштәр башҡарырға өлгөрөр ине! Әммә уның яратҡан ҡатыны Зәйнәб Зарип ҡыҙына яңғыҙына биш баланы - ғаиләлә ҡыҙҙары Зиниә, Лилиә, Римма ла бар - аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Хәҙер инде уларҙың барыһы ла үҙҙәре өләсәйҙәр, ә Ринат өс ейәнгә олатай. Ғиниәт Зиннәт улы иҫән булһа, барлыҡ 19 ейән-ейәнсәрҙәрен, 20 бүләләрен (7-һе уның фамилияһын, йәғни Табулдиндар нәҫелен дауам итеүсе) яратып туймаҫ, шатлығының сиге булмаҫ ине.
Бына шулай ул яҡындарының хәтерендә һаҡлана.
- Стәрлетамаҡта Уҡытыусылар институтын уңышлы тамамлаған әтиебеҙҙе әниебеҙ Зәйнәб Зарип ҡыҙы Латипова (Бурлы ауылында тыуған) менән Архангел районына, әтиебеҙҙе – математика, әниебеҙҙе башҡорт теле уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр, - тип һөйләй Сания Ғиниәт ҡыҙы. – 1958 йылда иһә уҡытыусы Табулдиндар ғаиләһе тыуған Ғафури районына әйләнеп ҡайтып, Сахалин урман участкаһы мәктәбендә эш башлай. Был ваҡытта уларҙың ғаиләһендә беҙҙең апайҙарыбыҙ Зиниә менән Лилиә булған.
Әтиебеҙ ҙур әүҙемлек менән дәртләнеп, бар тырышлығын һалып эшкә тотона, күп тә үтмәй уны Мәндем эшселәр ҡасабаһының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп ул 28 генә йәшендә үҙенең яратҡан эшенә бар күңелен биреп, ҙур булмаған уҡытыусылар коллективын етәкләй. Ситтән тороп БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлай. Уның уҡыусылары яратҡан уҡытыусыларының дәресте ябай һәм аңлайышлы итеп аңлатыуы, үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыр һәләткә эйә булыуы хаҡында һағынып һөйләйҙәр. Тап әтиемдең тормош һабаҡтары һәм изгелеге арҡаһында уларҙың күптәре математика уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, яратҡан остаздары юлынан китте.
Коллегалары ла әлегәсә үҙҙәренең етәксеһен тик йылы хәтирәләр менән иҫкә ала, уның менән эшләүе еңел дә, мауыҡтырғыс та ине, тиҙәр. Ул коллективты энтузиазмы, йәшлек дәрте һәм ташып торған энергияһы менән ҡыҙыҡһындыра белгән. Кешелекле, изгелексән, ярҙамсыл, ихлас күңелле, эскерһеҙ, кәрәк саҡта – ҡәтғи һәм талапсан да. Ә иң мөһиме, һәр бер хеҙмәткәрҙең: стажлы уҡытыусы булһынмы ул, йәш белгесме, йәки техник хеҙмәткәрме – береһен дә айырмай, барыһының да хеҙмәтен баһалай белгән.
Йәш, булдыҡлы директорҙың әллә күпме ҡыҙыҡлы уйҙары һәм башланғыстары булған, барыһын да коллектив менән бер төптән булып тормошҡа ашырғандар. Ошолай мәктәп яны участкаһында баҡса барлыҡҡа килеп, унда ҡарағат, алма һәм груша кеүек емеш ҡыуаҡ-ағастарының төрлө сорттары, түтәлдәрҙә гөрләп йәшелсәләр үҫкән.
Уның директорлыҡ эшмәкәрлеге осоронда мәктәптең яңы бинаһы, хеҙмәт дәрестәре уҙғарыу өсөн оҫтахана (мастерской) корпусы, китапхана, спортзал төҙөлә. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен һөйөндөрөп, мәктәптә ул ваҡытта күп урынға хас булмағанса буфет эшләй башлай. Башта уҡыусылар мәктәптә компот, кеҫәл биреүҙәренә ғәжәпләнгәндәр. Тағы ла әтиемдең юллауы бу-йынса леспромхоз ярҙамы менән уҡытыусылар өсөн фатирҙар төҙөлгән.
Йәш директор химия һәм физика кабинеттарын барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар, ә уҡыу мастерскойҙарын станок, инструменттар менән тулыландырыуға ҙур иғтибар биргән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, уның барлыҡ башланғыстары ла мәғариф бүлегендә яҡлау тапҡан. “Уның һорауын бер нисек тә ҡәнәғәтләндермәй ҡалдырыу мөмкин түгел, сөнки ул тейәрен генә һорай ине. Ул үҙе лә аралашыуҙа бик алсаҡ кеше ине: һәр ваҡыттағыса йылмайып килеп инер ҙә, ихлас һаулашыр, хәл-әхүәл һорашыр, һуңынан барлыҡ төплө дәлилдәр килтереп, яйлап ҡына төп темаға күсер ине. Беҙ барыбыҙ ҙа уның эҙләнеүсән, алдан күрә белеүсән, балалар һәм коллектив хаҡында уйлаусы етәксе булыуын күрә инек, шуға ла һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыштыҡ”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша бухгалтер Мария Ивановна.
Тағы ла бер мөһим ваҡиға хаҡында ла һөйләргә кәрәк: директор Ғ.Табулдин ярҙамы менән Мәндем мәктәбендә урындағы радиостанция эшләй башлай, сығыштар өсөн материалдарҙы уҡыусылар уҡытыусылар менән берлектә әҙерләгән. Шул алыҫ йылдарҙа ата-әсәләргә радионан үҙенең балаһының тауышын, йә йыр башҡарыуын йәки шиғыр һөйләүен ишетеүе ҙур шатлыҡ булған.
Әтиебеҙҙең мәктәптән тыш тормошо ла бай йөкмәткеле ине – ул барлыҡ коллективты йәлеп итеп, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булды. Әтиемдең тауышы ла моңло, өҫтәүенә, гармунда ла өҙҙөрөп, оҫта уйнай ине.
Мәктәп һәм директор кеүек педагогтар ҙа йәштәр һәм дәртлеләр ине. Директор барыһынан бергә ысын дуҫ һәм татыу коллектив туплап, бында һәр ҡайһыһының һәләте асылған. Шуға ла ауыл халҡы һәр ваҡыт уҡытыусыларҙың сәхнәлә сығыш яһауын, йәғни концерт, спектаклдәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Йыш ҡына уларҙа төп ролдәрҙә әтием уйнай ине.
Шунан башҡа ни кәрәк тағы? Шатланып йәшәргә лә, йәшәргә ине лә бит. Әммә ҡайғы көтмәгәндә килә шул. Мәктәп коллективы йөк машинаһында Бурлыға спектакль ҡуйырға юллана. Күңелле итеп йырлашып һәм көлөшөп барғанда, Мәндем серпантинының иң текә урынында авария була. Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, барыһы ла селпәрәмә килә... Йыр. Спектакль. Ғүмер...
Был ҡот осҡос һәләкәт дүрт уҡытыусының ғүмерен ҡыя. Йәш, матур, тормошҡа ғашиҡ Ғиниәт Зиннәт улы Табулдинды ла мәңгелеккә яҡындарынан айыра. Балаларына, ҡатынына, әсәһенә һәм башҡа бик күптәргә бик тә кәрәкле кешене.
...Беҙ әтиебеҙҙең тормошта тик изгелектәр һәм яҡшылыҡтар ҡылырға кәрәк тигән васыятын күңелебеҙҙә һәм хәтеребеҙҙә һаҡлап үҫтек. Беҙ барыбыҙ ҙа әти-әниебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙы яратабыҙ һәм беҙгә бары тик яҡшылыҡ орлоҡтары ғына сәскәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Әтием ейәндәрен күрә алмаһа ла, уның төҫ-башы уларҙа сағыла кеүек: бер ейәнендә уның зәңгәр күҙҙәре дәртле балҡый, икенсеһендә – ихлас йылмайыуы, башҡаларында – уның төп-төҙ, һомғол буй-һыны, сәсендәге бөҙрәләре, ҡарашы... Уларҙы күреп ул нисек һөйөнөр ине. Ә уның көтөп алған улы Ринаттың гармун күректәрен һуҙып, шундай уҡ яғымлы тауышы менән әти-әниебеҙҙең йырҙарын йырлағанын ишетһә ине...
Әтиебеҙ инде ярты быуат яныбыҙҙа юҡ. Ә уның тураһында иҫтәлек уның яҡын кешеләре: уҡыусылары, коллегалары, ауылдаштары йөрәгендә мәңгелеккә урын алған. Беҙҙең менән осрашҡан һайын улар мотлаҡ әтиемде рәхмәтле булып иҫтәренә төшөрәләр. Тимәк, ысындан да һоҡланғыс кеше булған Ғиниәт Зиннәт улы Табулдин! Тыныс йоҡла, әтиебеҙ! Ятҡан урының йомшаҡ булһын.

Читайте нас в