-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль 2020, 12:00

Файҙалы ла, тәмле лә

Һуңғы йылдарҙа ҡаҡҡа “мода” әйләнеп ҡайтты. Ниндәй генә емеш-еләктән әҙерләмәйҙәр уны. Ҡаҡ өсөн ҡайын еләге, ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива алырға мөмкин.

Ҡаҡты әҙерләү өсөн еләкте йәки емеште ике тапҡыр ит турағыстан үткәреп, иҙмә әҙерләйҙәр. Иҙмәне эре иләктән үткәрәләр. Күптәр шәкәр өҫтәмәй, емеш әсерәк булһа, саҡ ҡына ҡушырға ла ярай.
Алдан өҫтөн майлап әҙерләп ҡуйған таҡталарға, батмустарға йоҡа ғына итеп иҙмәне йәйеп һалалар. Ҡояш төшмәгән, әммә еләҫ ерҙә киптерәләр. Әҙер ҡаҡ ҡоро булырға, тик һынып торорға тейеш түгел. Йәймәне торба һымаҡ итеп төрөп һаҡлайҙар.
Сливанан эшләнгән ҡаҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Бер кг слива, ярты стакан һыу һәм шәкәр кәрәк. Барыһы ла үҙ самаң менән эшләнә. Шәкәрҙе артыҡ күп һалмағыҙ, ризыҡ файҙалыраҡ килеп сығыр.
Йыуылған, төшө алынған сливаны кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, һыу өҫтәп, утҡа ҡуябыҙ. Сливаның “һулып” төшөүен күреү менән, уттан алығыҙ һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шәкәрҙе эҫе массаға һалырға кәрәк, шул саҡта ул тулыһынса иреп бөтәсәк. Һыуынғас, иләк аша үткәрәбеҙ, пюре килеп сығырға тейеш.
Батмус йәки противень алып, уны үҫемлек майы менән майлайбыҙ ҙа массаны тигеҙ генә итеп йәйәбеҙ. Уны бер нисә көн ҡояшта киптереп алабыҙ.
Читайте нас в