-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Июль 2020, 16:45

Ғафуриҙы уҡыусылар бәйгеһе

Районда башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең классигы М. Ғафуриҙың 140 йыллыҡ юбилейына арнап онлайн шиғыр һөйләүселәр бәйге-конкурсын иғлан иткәйнек. 50-гә яҡын шиғыр һөйләүселәрҙең яртыһы – ололар, мәктәп балалары ла бәйгелә әүҙем ҡатнашты.

М.Ғафури - әҙәбиәттең бөтә жанрында ла уңышлы эшләгән яҙыусы. Милли поэма, шиғыр, мәҫәл һәм повесть жанрҙарына нигеҙ һалыусыларҙың береһе ул булды. Ул 1923 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
М. Ғафуриҙың шиғырҙары бөгөн дә бик актуаль. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күбеһе “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын ятлаған. Улар араһында Гәүһәр Байбулдинаның матур музыка менән биҙәп, сәскә баҡсаһында һөйләүе айырылып торҙо. Ул, ысынлап та, сәскәләр менән һөйләшә кеүек. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында уның сығышы 1-се урынға лайыҡ булды. Толпар ауылынан Миңзилә Сөләймәнова ла “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын еренә еткереп, тәьҫирләнеп һөйләне – 2-се урын уныҡы. Ә Табын ауылынан Флүрә Килмөхәмәтова, Юлыҡтан Нурсилә Ҡасҡынова 3-сө урын алды. Шулай уҡ был шиғырҙы Мәндемдән Гөлнара Аҡҡолова, Ташбүкәндән Гөлгөнә Кәримова, Үзбәктән Илморат Хәкимов оҫта, иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп һөйләнеләр. Ысынлап та,
Кемдәр эшләй, кемдәр ерҙәр ҡаҙый,
Кемдәр беҙгә һыуҙар һибәләр,
Кемдәр сәскә кеүек саф күңелле -
Шулар беҙгә дуҫтар, тинеләр.
Был юлдар хеҙмәт кешеһен данлай, маҡтай һәм күпте һөйләй бит.
Яҙыусының “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен белмәгән, ишетмәгән кеше бармы икән! Ә “Энә менән еп”, “Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа?”, “Бир ҡулыңды” шиғырҙарын күптәр яттан белә.
“Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен Өфөнән Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән Светлана Насирова-Сөләймәнова яғымлы тауышы, эске кисерештәрен сағыу итеп сағылдырып һөйләүе менән әсир итте. Светлананың шиғырҙы оҫта итеп һөйләүе күптәргә оҫталыҡ дәресе лә булғандыр, моғайын.
Ошо уҡ мәҫәлде Юлыҡ ауылынан Нурия Кәримова ейәне Мораҙым менән үҙенсәлекле итеп әҙерләгән, 3-сө урынға лайыҡ булдылар.
Табын ауылынан Гөлшат Вахитова “Тормош юлы буйлап”, Яңғыҙҡайындан Рәүилә Мусина “Иҫке йырға ҡушып” шиғырҙарын йылға буйҙарында, ҡоштар тауышы менән биҙәгән. Яугилденән Лилиә Миниязова “Ике себен” мәҫәлен ҡыҙыҡлы, күңелгә ятышлы итеп башҡарҙы. Сәйетбабанан Миңһылыу Абдуллина “Үҙем һәм халҡым” шиғырын әҙерләп маҡталды.
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән, тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
Ысынлап та, М.Ғафури әле лә беҙҙең эшләгән, йәшәгәнде ҡарап торған кеүек бит.
Һәр ауылдан уҡыусы балалар ҙа ятлаған шиғырҙарының видеоһын һалған. Гимназияның 4-се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова “Гөлдәр баҡсаһында”, Ташбүкәндән Ильвина Сәйетбатталова “Моему сердцу”, Красноусолдан Арсен Әхтәмов “Соловей и петух”, Яугилденән Карина Мөхәмәтйәрова “Үҙем һәм халҡым”, Ташбүкәндән Илнар Мөхәмәтшин “Ат менән Аҡбай”, Үтәктән Айгизәр Фәйзуллина “Ҡоштарға” шиғырын ятланы.
Яугилденән Дарина Мөхәмәтйәрова М.Ғафуриға арнап үҙе шиғыр ижад иткән. Ә Еҙем-Ҡарандан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҙыусының “Ҡара йөҙҙәр” трагедияһының һәм “Торна бүләге”нең видеояҙмаһын тәҡдим иткән. Ҡыҙыҡлы тамаша килеп сыҡҡан. Аҡкүл ауылынан Марина Антонованың “Судьба” һәм Виолетта Осипованың “Каменное сердце” әҫәрҙәрен ихлас итеп башҡарыуы, Еҙем-Ҡарандан Рәүилә Килмөхәмәтованың яҙыусының тормош юлын һөйләүе күңелгә ятты. Еҙем-Ҡарандан уҡытыусы-ветеран Зәйтүнә Искәндәрова (84 йәштә) “Урман” һәм “Ике себен” шиғырҙарын әҙерләгән.
Ҡыҫҡаһы, нәфис һүҙ оҫталары был бәйгенән ситтә ҡалманы, һәр кем М.Ғафуриҙың үҙе ятлаған шиғырҙарын онлайн форматта уҡып күрһәтте.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Читайте нас в