-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2020, 12:20

Республикала тәүге бишәү иҫәбендә

Билдәле булыуынса, август айының тәүге йәкшәмбеһендә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Куйбышев тимер юл селтәренең Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Дарьино-Аҡкүл тимер юл станцияһы коллективы ла үҙҙәренең һөнәри байрамын лайыҡлы ҡаршылай. Байрамдары уңайынан Дарьино-Аҡкүл тимер юл станцияһы начальнигы Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Беҙҙең төп эшебеҙ – поездарҙың тотҡарлыҡһыҙ үтеүен тәьмин итеү, аварияларға юл ҡуймау. Иңебеҙгә 27 километр оҙонлоҡтағы тимер юлын тейешле тәртиптә тотоу бурысы һалынған, кешеләр ғүмере һәм йөк составтарының хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
Коллектив етәксенән тыш, станция буйынса ике дежурныйҙы, тимер юлсылар (16), механиктар (6), электриктар (6), станция эшсеһен берләштерә. Барыһы ла үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, һыналған кадрҙар, күптәре бай тәжрибәгә, ҙур хеҙмәт стажына эйә, - тип таныштырып үтте Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы.
Әйткәндәй, Светлана Шәрәфетдинова үҙе лә тимер юлы станцияһындағы эшкә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлап, шуның 10 йылында арымай-талмай етәкселек йөгөн тарта.
-Заманында беҙҙең Аҡкүл-Дарьино станцияһы аша үткән күп кенә пассажир поездары беҙҙә туҡтап китә ине. Хәҙер тик ҡала яны “Өфө-Стәрлетамаҡ” маршруты ғына ҡалды. Был Өфөнән Стәрлетамаҡҡа йөрөгән поезд һәр кем өсөн бик тә уңайлы, шуға ла пассажирҙар ағымы ла күп була.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Аҡкүл станцияһы базаһында яңы предприя-тие эшләй башлап, улар вагондарҙан йөктәрҙе тейәү-бушатыу менән шөғөлләнә. Төрлө йөктәр, иген тейәп ебәрелә, ашлама, ҡышҡы боҙлауыҡта юлдарға һибеү өсөн тоҙ, Талбазы кирбес заводы өсөн сеймал тимер юлы буйлап ташыла, - тип дауам итте һүҙен етәксе.
-Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән, тимер юлындағы эшкә бик күп йылдар лайыҡлы хеҙмәт итеүселәрҙән мастер вазифаһын башҡарыусы Александр Прокопьев, булдыҡлы, яуаплы һәм намыҫлы, тиҫтә йылдан ашыу эш стажлы электриктар бригадаһының өлкән мастеры Рөстәм Әсәҙуллинды билдәләп үтергә кәрәк. Тимер юлсы тигән иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, атаһы юлын дауам итеп, был тармаҡҡа яҙмышын бәйләгән, ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт стажлы, күптән түгел алтын юбиле-йын билдәләгән юлсылар бригадаһы бригадиры Леонид Лукьянов. Уның атаһы Ананий Лукьянов та тимер юлында бригадир булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға туҡтағайны. Аҡкүл станцияһы биләмәһен һәр ваҡыт тәртиптә тотҡан станция эшсеһе Роза Федорова ла маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ, - ти С.Шәрәфетдинова.
Станция буйынса дежурныйҙар пульт артында тәүлек әйләнәһенә эшләй, улар һәр поезд, туҡталыш, хәрәкәт тураһында мәғлүмәт еткереп тора. Беҙ Дарьино станцияһында булғанда дежурный Ләйсән Мират ҡыҙы Батталова яҡынлашып килгән поезға мәғлүмәт еткерә ине. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы ҡыҙы Өфөләге тимер юл училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә килгән һәм бәхетен дә бында табып, ғүмерлеккә тороп ҡалған. Артабан белемен арттырыу йәһәтенән ситтән тороп тимер юл техникумы дипломына эйә булған.
Коллективтың берҙәм, ҙур яуаплылыҡ тойоп, бер төптән эшләүе, етәксенең эште һәйбәт ойоштороуы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендәге 52 станция араһында Аҡкүл-Дарьино тимер юл станцияһының иң тәүге бишәү иҫәбендә килеүе, тимер юлындағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҡоролған “ышаныс паспорты”на лайыҡ булыуы тап ошо турала һөйләй ҙә инде.
-Эш хаҡтарына килгәндә, ул зарланырлыҡ түгел. Еңел булмаған һәм яуаплы һөнәрҙе үҙ итеп, уға тоғролоҡ һаҡлаған эшселәрҙе һәр биш йыл һайын премия менән дәртләндереү ҡаралған, йыл һайын ҡайҙа ла булһа ял итеү, сәләмәтлек нығытыу өсөн шифаханаларға, турис-тик сәйәхәттәргә, балаларға пионер лагерҙарына путевкалар бүленә. Теләгәндәргә йылға бер тапҡыр тимер юл транспортында Рәсәй буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайтыу мөмкинлеге бар, шулай уҡ поезда 200 саҡрым араға бушлай билет бирелә, - ти ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы.
-Коллектив һөнәри байрамды, әлбиттә, хеҙмәт вахтаһында ҡаршылай. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде, коллегаларҙы, ветеран-дарыбыҙҙы Тимер юлсылар көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ауыр һәм яуап-лы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйем, - тине барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап Светлана Шәрәфетдинова.
Читайте нас в