-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2020, 17:55

Изге байрам көнөндә Сауаплы ғәмәл ҡылынды

Мосолман донъяһындағы иң изге, сауаплы, иң оло байрамдарҙан һаналған Ҡорбан ғәйете байрам ителде. Байрамдың быйылғыһы 31 июлгә, йома көнгә тура килеүе айырыуса мәртәбәле булды.

Һәр ҡайҙағыса, Юлыҡ ауылында ла был изге байрам бик күркәм үтте. Байрам уңайынан ауыл мәсетенән аҙан тауышы яңғыраны. Быйыл билдәле сәбәптәр арҡаһында Ҡорбан байрамын күмәкләп, изге йорт – мәсеткә йыйылып уҙғарыу ҙа, ғәйет намаҙына күмәкләп баҫыу ҙа булманы. Ауылдың имам-хатибы Салауат хәҙрәт Юлыҡов бер нисә йәш һәм оло кеше менән генә намаҙ уҡыны.
Ауылда ҡорбан салдырырға теләүселәр бик күп (биш тиҫтәләп) булды. Был ғәмәл дә элеккесә мәсет урамында түгел, ә һәр кем үҙ ихатаһында имам-хатип ҡатнашлығында салдырҙы. Берәүҙәр туғандарын, яҡындарын йыйып, әрүахтар рухына Ҡөрьән уҡытып, ҡорбан ашынан ауыҙ иттерһә, бәғзеләр ҡорбан итен имам-хатип менән берлектә оло кешеләргә, мохтаждарға таратып бирҙе. Юлыҡтар мосолмандар өсөн тейеш булған изге ғәмәлде үтәп, үҙҙәренә ҙур сауап алды. Ғөмүмән, һәр тарафта байрам бик мөбәрәк үтте.
Читайте нас в