-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2020, 12:00

Уларҙың девизы: "Беҙҙән башҡа бер кем дә!"

2 августа Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнә. Быйыл был ғәскәр булдырылыуға 90 йыл тулды.

“Ҡанатлы пехота”, “зәңгәр береттар” тип йөрөтөлгән был батыр, ышаныслы кешеләр Бөйөк Ватан һуғышы фронттарын үтте, һуғыштан һуңғы осорҙа ҙур хәрби уҡыуҙар ваҡытында үҙҙәренең ныҡлы һуғышсан әҙерлеген бөтә донъяға танытты. Бөгөн ВДВ – хәрби бурысҡа тоғролоҡ, ауырлыҡтар һәм хәүеф, быуындан-быуынға тапшырыла килгән яҙлыҡмаҫ йолалар менән нығытылған туғанлыҡ ул.
Ошо ғәскәрҙең тыуған көнөндә Красноусолдағы Геройҙар аллеяһында тантаналы митинг булып үтте. Унда төрлө быуын десантсылар йыйылды, күптәре хәрби кейемдәрен кейгән, түштәрендә хәрби наградалары балҡый ине.
Йыйылыусылар алдында Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, райондағы “БР Десант ғәскәрҙәре, махсус тәғәйенләнеш ғәскәрҙәре ветерандары” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Василий Слободчиков, “Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров сығыш яһап, барыһына ла һаулыҡ, именлек теләне. Ғафури ДОСААФ-ы етәксеһе Василий Калачигов сығышын үҙе сығарған шиғыр менән биҙәне. Беҙҙең район ДОСААФ
бүлексәһе базаһында “Десант” исемле хәрби-патриотик бүлексә эшләп килә, унда тәрбиәләнеүселәр тантаналы митингыла ант ҡабул итте.
Сарала ҡатнашыусылар яуҙа баштарын һалғандарҙы тын ҡалып иҫкә алды, улар иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскәләр һалды, һуңынан байрам автойөрөшөндә ауыл урамдары буйлап үттеләр.
Читайте нас в