-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2020, 12:05

Үҙең һәм яҡындарың өсөн Аҡкүл ауыл биләмәһе магазиндарында санитар- эпидемиологик талаптарҙы тәьмин итеү буйынса рейд үтте

Районыбыҙҙа БР Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефе менән бәйле “Юғары әҙерлек” режимын индереү тураһында” УГ-111-һанлы Указын һәм Сауҙа буйынса дәүләт комитетының 2020 йылдың 24 апрелендәге 152-се бойороғонда раҫланған үҙ-үҙеңде тотоу Ҡағиҙәләрен үтәүҙе күҙәтеү йәһәтенән мобиль контроль төркөмдөң эше дауам итә.

30 июлдә район хакимиәте хеҙмәткәре Р.Зәйетов һәм Аҡкүл ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Л.Васильева менән берлектә коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы мобиль төркөм Аҡкүл ауыл биләмәһе ауылдарындағы 15 сауҙа нөктәһендә рейд үткәрҙе.
Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Руслан Зәйетов билдәләүенсә, тикшереү барышында һатыусылар һәм һатып алыусылар тарафынан шәхси һаҡланыу сараларын файҙаланыуға, сауҙа биналарын дезинфекциялау ҡағиҙәләре үтәлешенә, хеҙмәткәрҙәрҙе битлектәр менән тәьмин итеүгә, уларҙың температураһын үлсәүгә айы-рыуса ҙур иғтибар бирелә. Шулай уҡ яңы коронавирус инфекцияһы хәүефе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе һатып алыусы мөйөшөндә урынлаштырыу, шәхси профилактика саралары, хеҙмәтләндереү залында булыу һәм һатып алыусылар араһында дистанция нормаларын һаҡлау тикшереүселәрҙең күҙ уңынан ысҡындырылмай.
-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатып алыусылар ғына түгел, әммә күп кенә һатыусылар һәм эшҡыуарҙар ҙа тейешле талаптарға әһәмиәт бирмәй башланы, - тип аңлатма бирҙе рейд йомғаҡтары хаҡында Руслан Ришат улы. –Иҫкәртеү сараларын барыһы ла һаҡламай. Ҡайһы бер эшҡыуарҙарға ҡарата протоколдар төҙөлдө. Әгәр ҙә объект буйынса был хәл төҙәтелмәһә, ҡағиҙә боҙоу буйынса протоколдар төҙөләсәк һәм эштәр штраф һалыу өсөн судҡа тапшырыласаҡ. Был хәлдең бик етди булыуын аңлаһындар, үҙҙәрен дә, тирә-яҡтағыларҙы ла һаҡлаһындар, ине тип теләге килә.
Эшҡыуарҙарға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса рекомендациялар бирелде. Нигеҙҙә, талаптар яп-ябай, бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ йәки күп сығымдар ҙа талап итмәй. Иң мөһиме, сауҙа нөктәләре хужалары үҙҙәре был сараларҙың мөһимлеген аңларға тейеш. Шуға ла, һис һүҙһеҙ, барлыҡ һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәү шарт.
-Сауҙа нөктәләре хужалары һәм һатыусылар менән эш даими алып барыла, - тине Аҡкүл ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Л.Васильева. –Бер төптән эшләйбеҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ, улар беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һала. Улар үҙҙәре йыш ҡына аңламағандарын ауыл советына килеп һорайҙар.
Шулай уҡ уҙған аҙнала санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса ошондай рейдтар Красноусолдағы 20 сауҙа объектында (шул иҫәптән көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекттарында) үтте.
Читайте нас в