-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2020, 16:25

Артта - үтәлгән бурыстар, алда - сәмле пландар

“Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ – нимәнелер йүнәтеп йәки төҙөп, буяп йәки һылап, обой йәбештереп, ҡойма ҡуйып бер тапҡыр булһа ла төҙөүсе ролендә булғаны бар. Шуға ла был “ижади” хеҙмәттең нисек ауыр икәнен бик яҡшы аңлайбыҙ. Бына, мәҫәлән, яҡшы ташсы йәки иретеп йәбештереүсе, маляр йәки юлсы, штукатур йәки архитектор булыу күп белем һәм күнекмәләр талап итә. Ошонан сығып Төҙөүселәр көнө – һәр ваҡыт үҙенә башҡа, беҙҙең өсөн дөйөм ваҡиға”, - тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов журналистар менән осрашыуында.

Эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Фәнзил Фәйез улы ваҡыт табып, әңгәмә барышында төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан районыбыҙҙың иң мөһим тармаҡтарының береһендәге хәл-торош менән таныштырҙы.
-Фәнзил Фәйез улы, билдәле булы-уынса, коронавирус менән бәйле хәл, бигерәк тә яҙғы айҙарҙа, тулы көскә эшләргә ирек бирмәне...
- Ниндәйҙер тышҡы хәлдәрҙең районыбыҙҙың элек алған үҫеш темпын тотҡарлауына юл ҡуйырға ярамай. Тормош дауам итә бит. Шуға ла кире факторҙарға ҡарамай, йылдың тәүге айҙарынан уҡ эш әүәлгесә әүҙем режимда алып барылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында эшмәкәрлектең ысул һәм формалары үҙгәртелде, саралар онлайн, битлек режимында үткәрелде, әммә коронавирустың ҡулды бәйләүенә ирек бирмәнек. Был пандемия менән бәйле ҡатмарлы йылда ла төҙөлөш өлкәһендә, шулай уҡ башҡа йүнәлештәр буйынса ла уңыштарға өлгәшергә мөмкин булды.
Төҙөүселәрҙең үҙҙәренә ниндәй генә осорҙарҙы кисерергә тура килмәне. Улар сыныҡҡан, көслө кешеләр, улар менән бар бурыстар еңел хәл ителә! Һәр ваҡыт төҙөүсе һөнәрен иң яҡшы һәм хөрмәтлеләрҙең береһе тип иҫәпләйем!
-Мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшеп булдымы һуң, сөнки уңыш өсөн теләк кенә түгел, матди мөмкинлектәр ҙә талап ителә?
- Район хакимиәте һәм рес-публика властары тарафынан йылдың-йылы мөһим социаль объекттар, инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөлөшөнә һәм ремонтҡа ярайһы ғына бюджет аҡсаһы бүленә. Иҡтисади күрһәткестәр, ябай граждандарҙың именлеге, ауылдарҙа тормош сифаты күтәрелеүе тап шунан тороуын яҡшы аңлап эш итәләр. Быйыл беҙ юлдар төҙөлөшөндә ярайһы ғына үрҙәргә өлгәштек. Ауыл биләмәләрендә уның күләме етди – былтырғы күрһәткестәрҙән артып китте.
Был тәңгәлдә 2020 йылда район һәм БР бюджетынан юлдарҙы ремонтлауға һәм тейешле кимәлдә тотоуға 33 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был һан тулы түгел. Беҙ районыбыҙ биләмәһендәге юл хужалығына ингән сираттағы мөһим объекттар төҙөлөшөн финанслау буйынса республика етәкселеге, хөкүмәт, профилле ведомстволар менән яҡындан эшләүҙе дауам итәбеҙ. Шуға ла беҙҙәге юл өлкәһенә бүленәсәк сумма ағымдағы йыл аҙағында билдәле буласаҡ, 33 миллион һумдан күберәк булырына ышанам.
Бүленгән аҡса район үҙәгендәге яңы биҫтәләрҙең юлдарын, шулай уҡ, алда әйткәнемсә, барлыҡ ауыл биләмәләрендәге юлдарҙы тейешле кимәлгә килтереүгә йүнәлтелә, уларға дөйөм алғанда беҙ ун миллион һум аҡса бүлдек. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына минең тарафтан юлдарға бар көстәрен һалыу бурысы ҡуйылды.
Красноусол ауылына килгәндә, асфальт юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау кеүек йүнәлеш буйынса ярайһы ғына эш башҡарҙыҡ. “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы юлсылары тарафынан үтәлгән күләмле был эштәрҙе уҙған йылдарҙағы күрһәткестәр менән сағыштырып булмай. Бынан тыш, барлыҡ ихата биләмәләре “каток” аҫтына эләкте.
-Фәнзил Фәйез улы, Һеҙ алда тап ниндәй “сираттағы юл төҙөлөшө объекттары” хаҡында әйттегеҙ, тулыраҡ һөйләгеҙ әле?
-Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Ғафури районына эш сәфәре ыңғай һәм үтә лә файҙалы булды. Атап әйткәндә, уның ҡарары менән Иҫке Тайыш-Ҡауарҙы юлы төҙөлөшөн башлау мәсьәләһе хәл ителде. Уны йыл аҙағына төҙөп бөтөргә тырышасаҡбыҙ. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ Имәндәш-Таш-Аҫты араһындағы юлды асфальтлай башлаясаҡбыҙ һәм ике ай эсендә эштәрҙе теүәлләү күҙаллана. Яңы урау юл асфальт-бетон өҫлөклө буласаҡ, бының өсөн БР бюджетынан 40 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Юл төҙөүселәр алдында төп бурыс - яҙғы ташҡын шарттарында был төбәктән транспорт менән Таш-Аҫты–Иҫке Тайыш–Ҡауарҙы ауылдары аша төп трассаға сығыуҙы тәьмин итеү.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан Башлығының килеүе муниципаль район бюджетының сикле булыуы сәбәпле үҙ аллы хәл итергә мөмкин булмаған ҡайһы бер күптәнге мәсьәләләрҙең урынынан ҡуҙғалыуына булышлыҡ итте.
-Ә Красноусолда йәшәүселәрҙең элекке быяла заводы янындағы Көгөш йылғаһы аша йәйәүлеләр күперен автомобиль сығырлыҡ итеп үҙгәртеп төҙөү буйынса теләктәре хаҡында ни әйтерһегеҙ?
-Бындай ҡоролманы төҙөүҙең күптән өлгөрөп етеүен бик яҡшы аңлайым һәм яуаплы кешеләр менән берлектә был идеяны тормошҡа ашырыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Минең ҡушыуым буйынса белгестәр әле тейешле документтар әҙерләү менән мәшғүл, ә киләһе йылға йәйәүлеләр-автомобиль күперен төҙөүҙе күҙаллаған проектты эшләтеүгә финанс алыуға өлгәшергә тырышасаҡбыҙ.
Шулай уҡ район үҙәгендәге Коммунистик урамындағы тротуарҙың төҙөлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Уның төҙөлөшө “күсмә”, йәғни бер нисә йылға иҫәпләнгән, быйылға 850 мең һум аҡса үҙләштерелеп, төҙөүселәр үҙҙәренә еткерелгән эш күләмен тамамланы. Тротуар киләһе йыл тулыһынса сафҡа инәсәк.
Районда юлдарҙы ремонтлау һәм тейешле кимәлдә тотоу менән подряд ойошмалары шөғөлләнә. Районыбыҙҙың Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы, ситтән “Агродорстрой” ЯСЙ-е һәм башҡалар мәшғүл.
Беҙҙә ыңғай үҫеш юл өлкәһендә генә түгел, ә мөһим социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшөндә лә күҙәтелә. Шуларҙың береһе – күптән түгел Красноусолда янғын һағы депоһы төҙөлөшө мәсьәләһендә ыңғай һығымта алынды. Төҙөлөш-монтаж эштәренә старт бирелеүен көтәбеҙ, бының өсөн республика бюджетынан аҡса бүленер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Красноусолдағы 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкциялау буйынса проект эштәре тамамлана. Ҡауарҙы ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөү буйынса проект эштәре дауам итә, уны район ҡаҙнаһы аҡсаһына төҙөү планлаштырыла.
Район үҙәгендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһына капиталь ремонт, шулай уҡ биләмәһен төҙөкләндереү эштәрен башлауға өлгәштек (дөйөм суммаһы 23 миллион һум). Әлеге мәлдә подрядсы ойошмаларҙы билдәләү буйынса конкурс иғлан ителде. Ошоноң менән бәйле, сираттағы тапҡыр беҙҙең теләгебеҙҙе хуп-лап, мәктәпкәсә учреждениены ремонтлауға ярайһы ғына аҡса бүлгән республика етәкселегенә рәхмәт белдерәм.
-Яңы торлаҡ ниндәй темпта сафҡа инә?
- Йәйге айҙарҙың төҙөлөш миҙгеле булыуын барыһы ла аңлай. Белгестәр иҫәпләүе буйынса ағымдағы йылдың 1 июленә ҡарата районда 7968 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
Ағымдағы күрһәткескә Фрунзе урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө тамамланыуы ярайһы ғына үҫеш бирә. Унан алда, ағымдағы йылдың беренсе яртыһында Тургенев урамында күп фатирлы йорт сафҡа инде. Шәхси төҙөлөш әүҙемлек менән бара. Беҙҙә, билдәле булыуынса, бик күп яңы биҫтәләр төҙөлә. Ауылдарҙа тиҙ арала “йәш урамдар” барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда, булған һандар нигеҙендә генә һөҙөмтә яһарға иртәрәк. Әммә, һис шикһеҙ, пандемияның пландарға төҙәтмәләр индереүен, күп кенә ғафуриҙарҙың финанс мөмкинлектәрендә сағылыш табыуын инҡар итеп булмай. Был төҙөлөш темпында ла сағылыш тапмай ҡалманы.
- Район үҙәгендәге Леспромхоз, Һабантуй, Йәштәр кеүек яңы биҫтәләрендә күптәр йорттар төҙөнө һәм уларҙа бер йыл ғына йәшәмәй. Газ үткәргестәр хаҡында хыялланалармы икән?
-Яңы йорттар төҙөп йәшәүселәрҙең ихтыяжын беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ! Белгестәребеҙ яңы биҫтәләрҙә газ үткәргестәр проектлау буйынса заявкаларҙы республиканың профилле ведомстволарына ебәрҙеләр ҙә инде. Был мәсьәлә тиҙ һәм ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ. Ауылдарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу йәһәтенән даими рәүештә уңыштарға өлгәшелә. Әлеге мәлдә Ҡолҡан һәм Ҡаранйылға ауылдарына газ селтәрҙәрен проектлау эштәре бара. Был саралар менән “Газпром” ПАО-һы вәкилдәре етәкселек итә.
-Һыу үткәргес системаларға бәйле мәсьәләләр нисек хәл ителә?
-Һыу менән тәьмин итеүҙә проблемалар һәр ауылда күҙәтелә, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ярҙамсыларым менән бергә һәр береһе бу-йынса был мәсьәләне хәл итеү юлдарын тикшерәбеҙ. Әлеге мәлдә Красноусолдағы, шулай уҡ Игенйылға һәм Үтәк ауылындағы һыу үткәргес селтәрҙәргә капиталь ремонт уҙғарыу бу-йынса смета документацияһы әҙерләнде. Әммә күп нәмә финанслау менән бәйле буласаҡ, әлбиттә.
Электр селтәрҙәрен яңыртыу буйынса “ГИП-Электро” ЯСЙ-е бригадалары тырышлыҡ һала. Инфраструктураны ремонтлау һәм яңыртыу һөҙөмтәһендә хеҙмәттәрҙең сифаты һәм ышаныслылығы арта.
-Алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек көндән-көн актуаль була бара. Бында хәлдәр нисек?
-Йылытыу миҙгеленә әҙерлекте ҙур ҡеүәт менән алып барабыҙ. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләһендәге башҡарыусыларға тейешле бурыстар ҡуйылды. Талап ителгән урындарҙа ремонт үткәрелә. Ҡыйыҡтарға, тәҙрәләргә, йылытыу системаларына, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә – бөтәһенә лә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Үҙ йәһәтенән хакимиәт, мөмкинлектән сығып, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәрен ремонтта файҙаланыу өсөн кәрәкле материалдарҙы һатып алыуға аҡса менән тәьмин итергә тырышасаҡ. Лайыҡлы әҙерләнеп, йомғаҡтар буйынса комиссия тикшереүен уңышлы үтергә кәрәклеген яуаплыларҙың иҫенә төшөрәм.
Коммуналсылар ҙа үҙҙәренең тос өлөшөн индерә, улар иңендә ҙур яуаплылыҡ. “Тепловодоснабжение” МУП-ы хужалыҡты ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләү менән ентекле шөғөлләнә. Әле йылылыҡ трассалары алмаштырыла, әммә был тема айырым һөйләшеүҙе талап итә.
- Төҙөлөш өлкәһендәге тағы ниндәй яңылыҡтарҙы иҫләп үтер инегеҙ?
- Улар ярайһы күп. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе билдәләр инем, ул әле тамамланыуға бара. “Ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса Коммунистик урамында фонтан менән тротуар барлыҡҡа киләсәк, ә Аҡкүл ауылында ял үҙәге төҙөләсәк – был эш менән әле подрядсылар шөғөлләнә. Красноусол ауылында күп фатирлы йорттарҙың 9 подъезын ремонтлау тамамлана – был эште беҙҙең яуаплы һәм намыҫлы подрядсыбыҙ ШЭ Зөһрә Илгиз ҡыҙы Хәлимова алып бара. Ошо уҡ эшҡыуар Ҡурғашлы ауылындағы мәктәпкә капиталь ремонт яһай. Уны быйыл уҡ файҙаланыуға индерергә тырышасаҡбыҙ. Сифатлы ремонт ошо уҡ бинала ФАП-ты, клуб, ауыл советы хакимиәтен, шулай уҡ участковый бүлмәһен, китапхана һәм, әлбиттә, мәктәптең үҙен урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
Толпар ауылында ФАП һәм клуб төҙөргә тигән план күптән бар ине. Был идея әле лә үҙ көсөндә, уны бойомға ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта инвесторҙар менән һөйләшеү алып барабыҙ, һөҙөмтә өмөтләндергес, был объекттарҙы ошо йыл аҙағынаса төҙөргә өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым. Әйткәндәй, былтыр беҙ Рус Саскүлендә һәм Ташбүкәндә ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асҡайныҡ.
Башҡортостан Республика-һында Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә Табын, Сәйетбаба һәм Бурлы ауыл советтарында яңы ҡоймалар төҙөүгә байтаҡ аҡса йүнәлтелде. Красноусол ауыл советында үҙебеҙҙең таҙа эсәр һыуҙы һатыу буйынса сауҙа автоматтары (водоматтар) урынлаштырыу башланғысыбыҙҙы бойомға ашырыу ҙа иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылының идеологияһына үтә лә ныҡ тура киләлер. Әле автоматтарҙың дизайны өҫтөндә эшләйбеҙ, улар бювет рәүешендә булып, ҡуйылған урынды биҙәп торһон ине, тим. “Тереһыу” ЯСЙ-е ярҙамы менән әлеге этапта карта менән дә, ҡулаҡса менән дә түләп булырлыҡ шундай өс автомат урынлаштырырға планлаштырабыҙ.
Беҙҙең өсөн бер бик ҙур һәм үтә мөһим тема – ул район мәҙәниәт һарайын ремонтлау. Төҙөлөш эштәре тамамланыуын күп райондаштарыбыҙ көтә, уның тирәләй, хатта, төрлө имеш-мимештәр ҙә тылҡылды. Быны аңларға була, ни тиһәң дә райондың мәҙәниәт учреждениелары сафындағы иң үҙәк объект бит ул. Һәм Мәҙәниәт һарайын сафҡа ҡайтарыу бу-йынса иңебеҙгә алған миссияны асылда тамамланыҡ. Баштан уҡ ҙур ғына бюджет аҡсалары бүленде, ремонт уңышлы бара, ә уны Өфө һәм Нефтекама подрядсылары быйыл август аҙағына тамамларға тейеш. Яңыртылған Мәҙәниәт һарайы барыһының да күңеленә хуш килер, моғайын.
Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, тотош илебеҙ өсөн ғәйәт мөһим ваҡиға – Еңеүҙең 75 йыллығы менән иҫтәлекле. Беҙ районда Хәтер һәм дан йылын лайыҡлы уҙғарыуға ныҡлы иғтибар бирҙек, һәйкәлдәр төҙөнөк һәм астыҡ. Элегерәк башҡарылғандарын һанап тормайым, был йүнәлештә эште дауам итеүебеҙҙе генә әйтәм. Рус Саскүлендә Советтар Союзы Геройы А.Ф.Ковальскийҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү бу-йынса сараларҙы башланыҡ. Был ауылда һәйкәл асаһы, уның эргә-тирә биләмәһен төҙөкләндерәһе һәм урындағы клубты ремонтлайһы бар. Буласаҡ һәйкәлгә урын һайлауҙа үҙем дә, дөрөҫөн әйткәндә, рәхәтләнеп ҡатнаштым. А.Ф.Ковальскийҙың бюсы ҡойоп эшләнгән дә инде, уны яҡын арала урынлаштырырға йыйынабыҙ. Элегерәк, иҫләйһегеҙҙер, шундайыраҡ һәйкәлде Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов хөрмәтенә ҡуйғайныҡ.
Әле Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Улар булышлығы менән Красноусолда совет һалдатына һәйкәл алып ҡайтып урынлаштырырға ниәтләйбеҙ. Ышанам, был район үҙәге һәм тотош район тормошонда мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға буласаҡ.
Бөгөн иң ҙур һәм әһәмиәтле объекттар хаҡында ғына һөйләргә тура килә, сөнки барса эш күләмен һанап сығыу ғына ла байтаҡ ваҡытты һәм урынды аласаҡ. Бынан шундай һығымтаға киленә: тармаҡ әүҙем тормош менән йәшәй. Артта – бик күп үтәлгән бурыстар, ә алда – тағы ла күберәк сәмле пландар. Нимәләр генә эшләнмәһен, барыһы ла халыҡҡа һәм барса районға файҙа һәм һөйөнөс бирә, уның артабанғы үҫешенә нигеҙ әҙерләй.
Бөтә һанап үтелгәндәр фонында һөнәри байрамды ҡаршылауы ла күңелле. Ә уны төҙөлөш ойошмалары эшсәндәре һәм ветерандары ғына түгел, ә райондың ауыл хужалығы тармағында, ойошма, предприятиеларҙа хеҙмәт итеүсе төҙөүселәр ҙә билдәләй. Беҙҙең Ғафури Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы һәм “Тепловодоснабжение” МУП-ы, “ГИП-Электро” ЯСЙ-е, З.И.Хәлимова шәхси предприятиеһы йөҙөндәге беҙҙең Ғафури подрядсылары – үҙ эштәрен сифатлы һәм ваҡытында үтәүсе, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарға яуап-
лы ҡараусы ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ ул. Уларға һәм барлыҡ төҙөүсе коллегаларға, төҙөлөш тармағында эшләүсе яҡташтарыбыҙға күберәк яңы, ҡыҙыҡлы, ғорурланырлыҡ объекттар һәм, әлбиттә, һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, уңыштар теләйем!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Фәнзил Фәйез улы, беҙ ҙә һеҙҙең ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ.
Ринат ҠӘЙҮМОВ әңгәмәләште.
Читайте нас в