-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2020, 19:45

Атай-олатайҙар шөғөлөн үҙ итеп...

Ташбүкән ауыл хакимиәтенә ҡараған Ҡурғашлы ауылында тырыш, булдыҡлы кешеләр йәшәй. Бында берәү ҙә эш юҡ тип, ҡул ҡаушырып тик ултырмай, һәр кемдең күңел биреп башҡарған, килем килтерерҙәй эше бар. Был төбәк айырыуса умартасылыҡ менән шөғөлләнергә уңайлы. Шуға ла күптәр тап ошо ата-бабаларҙан ҡалған килемле кәсепте үҙ иткән. Шуларҙың береһе – Илфат Ваһапов.

Илфат Миңниәхмәт улы тап ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫә. Мәндем ауылы ҡыҙы – Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләгән Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы менән өйләнешкәс, Красноусолда төпләнеп йәшәйҙәр.
Илфат умарта ҡарарға атаһы Миңниәхмәт Ваһаповтан өйрәнгән, хәҙер ул мәрхүм. Бәләкәй сағынан ул улында ҡортсолоҡ шөғөлөнә һөйөү уятҡан. Хәҙер ярайһы ғына тәжрибәһе бар. Бөгөн умартасының 70 баш умартаһы иҫәпләнә.
И.Ваһапов тыуған ауылында 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инеп, ҡулына диплом ала. Армия хеҙмәтенә саҡырылып, Чечняла һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп ҡайта. Ҡурғашлы мәктәбендә хәрби әҙерлек фәне уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай һәм ике йыл эшләй. Артабан Себер тарафтарында Когалым ҡалаһындағы ойошмаларҙың береһендә тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт сынығыуы ала. Әммә ойошма бөтөрөлөүгә дусар ителә. Ул төп эшенән ялға ҡайтҡан арала атаһынан ҡалған һөнәр – умартасылыҡты дауам иткәнлектән, үҙ эшен асып, тап ошо шөғөлдө ныҡлап үҫтерергә уйлаша. Һәм ике йыл элек “И.М.Ваһапов” шәхси предприятиеһы асып, умарталар һанын ишәйтә, умартасылыҡ хужалығын нығыта. Ғаилә бюджеты ла ошо кәсеп ярҙамында тулылана. Умарталарына ғына ҡарап ятмай Илфат, ҡыш көнө дәдән, рамдарҙы үҙе эшләй. Умарталығы ла тирә-яғын урмандар уратып алған, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә уңайлы булған тыуған ауылы Ҡурғашлыла урынлашҡан. Бал ҡорттарын ҡышлатыу, бал елгәртеү өсөн урыны ла, ҡорамалдарҙың барыһы ла бар. Барлыҡ бал йүкә, ялан сәскәләренән йыйыла.
- Шуға ла Ҡурғашлы балының тәме лә үҙенсәлекле, сифаты ла һәйбәт, ҙур һорау менән файҙаланыла. Үҙ клиенттарыбыҙ бар, ҡорт балын өйҙән килеп алалар, - ти умартасы.
-Кәсебем бик еңелдән түгел, мәшәҡәтле булһа ла, уны бик теләп башҡарам. Шифалы, татлы бал өҫтәлгә килеп ултырһын өсөн әсе тир түгергә, бал ҡорттары кеүек егәрле булырға, уларҙы арымай-талмай тәрбиәләргә кәрәк. Яйлап тәжрибә лә өҫтәлә бара. Нигеҙҙә Стәрлетамаҡ умартасылары менән хеҙмәттәшлек итәм. Рәсәйҙең иң таһыллы умартасыһы булып танылған, 1000 баш умарта тотҡан Рөстәм Резбаевтың ныҡлы ярҙамын тоям, миңә умартасылыҡ нескәлектәрен, серҙәрен төшөндөрөүсе лә ул, - ти Илфат. – Тик бына борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға килеп, беҙҙең ерлеккә яраҡлашҡан башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юғалыу сигенә етеп барыуы күңелде ҡыра. Ситтән килтерелгәндәре менән ҡушылып, бал ҡорттарының иммунитеты кәмей һәм төрлө сирҙәргә бирешеп, үлемгә дусар була, балдың сифатында ла сағылыш таба, тәме лә үҙгәрә, - тип ҡайғыра ул.
Рәмзилә менән Илфат Ваһаповтар бер бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Динар Өфө дәүләт нефть - техник университетының 1-се курсын тамамлаған. Ул да киләсәктә атай-олатаһының умартасылыҡ шөғөлөн дауам итер...
Читайте нас в