-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2020, 10:00

Егәрлеләр байрамы менән!

Ғафуриҙарҙы Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең төбәктә ҡортсолоҡтоң тәрән тарихи тамырҙары, меңәр йыллыҡ тәжрибәһе һәм бай йолалары бар. Башҡорт балы борон замандарҙан Башҡортостанды танытыусы билдә булып һанала.

Ғафури районында бөгөн умартасылыҡтың әүҙем үҫеше өсөн барлыҡ шарттар: ҡабатланмаҫ тәбиғәт-климат шарттары, уларға яҡшы яраҡлашҡан башҡорт бал ҡорто, оҫта ҡортсолар, шулай уҡ етештереүҙе арттырыу өсөн һәйбәт мөмкинлектәр бар. Беҙҙең бал һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукция ҙур һорау менән файҙалана һәм Рәсәйҙең күп төбәктәренә ебәрелә.
Беҙҙең умартасылар киләсәктә лә тармаҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреренә, етештерелгән продукция күләмен арттырырына ышанам. Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ, халыҡ традицияларына тоғролоғоғоҙ, тыуған ерегеҙгә һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм яңы хеҙмәт уңыштары теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в