-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 15:35

Алманан бәлеш

Уны бик тиҙ әҙерләргә мөмкин. Һөткә аҙ ғына тоҙ, шәкәр ҡомо, май, йомортҡа һалып болғатҡас, он ҡушып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ғына ҡамыр әҙерләйҙәр.

Шуға, ҡабығын әрсеп, эсен алып һәм ваҡ итеп шаҡмаҡлап турап, алма һалып болғатырға. Майлы табаға кипкән бойҙай икмәге валсығы һибеп, алмалы ҡамырҙы тигеҙләп һалалар. Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртәләр ҙә 40-45 минут духовкала бешереп алалар. Һыуынғас, матур итеп киҫеп, сәй янына килтерәләр.
Бәлеш өсөн: 200-300 грамм бойҙай оно, 200 грамм шәкәр ҡомо, 3-5 йомортҡа, 100-әр грамм һөт, май, 500-600 грамм алма кәрәк.
Читайте нас в