-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 12:05

Батыр йөрәкле ҡыҙҙар

Тормош бит ул бер ҡасан да бер көйө генә бармай. Элек тә төрлө ауырыуҙар килеп сығып торған. Беҙҙең заманға иһә кешеләрҙе һулар һауаһынан яҙҙыра торған коронавирус тигән яман ауырыу ябырылды.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр, һуғыштағы шикелле, был сир менән алыштың иң алғы һыҙығында тороп ҡалдылар. Улар кешеләр һаулығын һаҡлауға көткән донъяларын ташлап, вахтаға эшкә киткән һымаҡ ғаиләләренән айырылып эшләргә мәжбүрҙәр. Уларҙың эше әлеге ваҡытта тиңһеҙ батырлыҡҡа тиң. Ил, рес-публика етәкселеге һәр район етәкселеге менән бергә кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур тырышлыҡ һалалар, күп ҡалаларҙа дауаханалар тиҙ арала махсуслаштырылып, үҙгәртеп ҡоролдо йәки төҙөлдө. Стәрлетамаҡта ла Машзавод дауаханаһын госпиталь итеп үҙгәрттеләр. Бында тажлы вирус, пневмония менән ауырыусыларҙы дауалайҙар.
Уларҙы дауалаусы һәм хеҙмәтләндереүселәр араһында беҙҙең Ғафури ерендә тыуып-үҫкән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Ҡотлоғужа ауылынан социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Айгөл Әхмәтшина һәм Дмитриевканан Зоя Авдеева ошо госпиталдә ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндерә. Ә Родина - Ватан ауылында тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта Наумовка ауылында шәфҡәт туташы булып эшләүсе Зөлфиә Насирова сирлеләрҙе дауалаусылар араһында. Эш сәғәттәре үткәнсе көн дә ғәҙәти булмаған кейемдәрҙә йөрөүе һис тә рәхәт түгел, тик уларҙың хеҙмәтләндереүенә мохтаж булған, уларҙың ҡылған изге ғәмәлдәренән дауа тапҡан ауырыуҙарҙың әйткән рәхмәттәре ауырлыҡтарға сыҙарға көс бирә. Һеҙҙең изге эшегеҙҙә уңыштар, үҙегеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ! Ғафури ерендә үҫкән батыр йөрәкле ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Шулай уҡ ошо яман ауырыуҙың беҙҙең еребеҙҙән тиҙерәк китеүен теләйбеҙ.
Ошо шиғырым да һеҙгә бүләк булһын!
Батыр йөрәктәр
Оло бәлә килде ил өҫтөнә
Ҡурҡыныстар янап һаулыҡка.
Тажлы вирус тигән ҡәһәр зәхмәт
Һөжүм итте барлыҡ халыҡҡа.
Ҡыуырға тип ошо Ҡырғын яуын
Илдән, Ер шарынан йыраҡҡа,
Табиптар һәм шәфҡәт туташтарын
Ил саҡырҙы алғы һыҙыҡҡа.
Һеҙ башҡарған изге эштәрегеҙ
Һаулыҡ булып кире ҡайталар.
Ауырыуҙар бит бөтә йөрәктән
Рәхмәттәрен әйтеп яталар.
Шул рәхмәттәр һеҙҙең үҙегеҙҙе
Бәләләрҙән һаҡлап торһондар.
Заман геройҙары - батыр ҡыҙҙар
Сәләмәт һәм иҫән булһындар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина–Алтынбикә.
Читайте нас в