-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 14:20

Әүлиәләр ҡәбере мәңгеләштерелде

Бынан бер нисә йылдар элек Һабай ерендәге “әүлиәләр зыяраты” тип аталып йөрөтөлгән ерҙең колхоз ваҡытында иген баҫыуына ҡуша һөрөлөүе арҡаһында ҡәберҙең урыны юғалыуы тураһында “Табын” гәзитендә яҙып сыҡҡайным.

“Беҙ бәләкәй саҡта ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған таштары ла бар ине” тип һөйләгән ололар ҙа күптән был донъяла юҡтар инде. Малай саҡтағы хәтерләүем буйынса, бер нисә тапҡыр үҙем барып таштарын эҙләп ҡараһам да файҙа булманы. Ер һөрөүсе тракторсыларҙан һорашһаң, “ошо тирәне һөргәндә һабаныбыҙ ниндәйҙер ҡаты нәмәгә тейә ине ул”, тиеүҙән башҡаны әйтә алманылар.
Мәсьәләне Өфөлә колледж директоры булып эшләп йөрөгән улым тиҙ хәл итте. Бер экстрасенсты табып (кемдәр ата-инәһенең, йәки башҡа туғандарының ҡәберен таба алмаһа, уға мөрәжәғәт итәләр икән) килтерҙе һәм ул: “бына ошонда ерләнгән һеҙҙең әүлиәгеҙ”, тип, беҙ самалаған урынды дөрөҫләне.
Урыны билдәле булғас, артабан улым Учалы районы Аҡҡужа карьерынан 2,5 центнер самаһы ауырлыҡтағы ташты заказ менән Өфөгә килтертеп, бер аҙ шымарттырып, Ҡөрьән сүрәһе яҙҙыртып, иретеп йәбештереүсенән ҡәбер өҫтө ҡоролмаһы эшләтеп, барыһын бергә йөк машинаһына тейәп килтергәс, ҡәбер өҫтөнә матурлап урынлаштырылды.
Ҡауарҙы ауыл хакимиәте башлығы менән бергә ауылдар муллалары килеп, әүлиәбеҙ рухына доғалар ҡылды. Бынан ары әүлиәбеҙҙең ҡәбере юғалмаҫ, сөнки юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ.
Кипрҙан килгән әүлиә Мәхмәт Әҙил әл-Нәҡшбәндиә: “Башҡорттар, һеҙҙе әүлиәләрегеҙҙең рухтары һаҡлап ята, һеҙ шуны белмәйһегеҙ”, тигән ине. Быға ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Тарихтан белеүебеҙсә, күпме халыҡтар тарих туҙанына әйләнеп юҡҡа сыҡҡан, ә милләтебеҙ, Аллаға шөкөр, йәшәп ята.
Рәсүл БАСИРОВ,
мәғариф ветераны.
Һабай ауылы.
Читайте нас в