-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 20:45

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай

Ауыл хужалығы эшсәндәренә тәбиғәт бер-бер артлы һынауҙар ебәреп кенә тора. Йә йылдың ҡоролоҡло килеүе, йә яуынлы булыуы хужалыҡтарға зыян килтерә. Быйыл да үҫентеләр баш ҡалҡытҡан мәлдә көн ҡыҙыулығы үҫергә ирек бирмәһә, уңышты йыйып алғанда иһә ямғырҙар йонсота. Әммә ҡалай ғына булмаһын, районыбыҙҙың һәр бер хужалығында баҫыуҙарҙа өлгөргән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырышып эш итәләр.

“Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһында ла ураҡҡа төшөп, ужым бойҙайы (1000 гектар) уңышын келәттәргә һалып та ҡуйғандар. Хужалыҡтың баш механигы Валерий Сәфәрғәлиев әйтеүенсә, бойҙайҙың уртаса гектар ҡеүәте 40 центнер тәшкил иткән.
Беҙ хужалыҡта уҙған йомала (7 август) булғанда салт аяҙ көндәр тора ине. Баҫыу караптарын борсаҡ баҫыуында тап иттек. Көндәрҙең яуынға китеүен күҙаллаған комбайнсылар был ҡыҙыу көндөң һәр минутын файҙаланып, күберәк гектарҙарҙа эштәрҙе теүәлләргә тырышып, ал-ял белмәй эшләй. Аҡкүл ауылы йәнәшәһендәге 230 гектарлы яҫмаларға һалынған борсаҡ баҫыуында хужалыҡтың ике “Палессе GS-10” комбайны борсаҡ уңышын йыйыуҙа мәшғүл. Баҫыу карабының тәүгеһендә тәжрибәле механизатор Мансаф Зәйнетдинов тир түгә.
Хужалыҡта етәкселек тарафынан йәштәрҙән кадрҙар туплау, уларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү эше яйға һалынған. Йылдың-йылы Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алған студенттарҙың производство практикаһын тап был хужалыҡта үтеүе һәм эшкә килеүе ошо хаҡта һөйләй. “Палессе GS-10” икенсеһенең штурвалын был уҡыу йортонда иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән студент Валерий Долинға ышанып тапшырғандар. Уларҙан башҡа уңыш йыйыуҙа йәнә өс комбайнсы: Радик Ҡотлозаманов, Игорь Капустин, Илнур Ғайсин (барыһы ла “FENDT” комбайндарында) ҡатнаша. Комбайнсы ярҙамсылары Айнур Кәлимуллин менән Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем алып, йәйге каникул мәлендә тыуған хужалығына ярҙамға килгән Андрей Набоков.
Баҫыу ырҙын табағы маршрутында ашлыҡ ташыуға йәлеп ителгән водителдәр аталы-уллы Юрий менән Маркиян Герасимовтар, Анатолий Долин, Михаил Киржаков комбайндарҙың бункеры тулып ултырыуға юл ҡуймайҙар. Унда ашлыҡ елгәртеүҙә өс смена ойошторолған. Ураҡта ҡатнашыусыларға ҡайнар аш ике тапҡыр баҫыуға килтерелә.
Уңыш йыйыу менән бер рәттән киләһе йылғыһына нигеҙ һалыу буйынса ла эштәр алып барыла. Дарьино ауылы янындағы баҫыуҙа тәжрибәле механизатор Марсель Рәхмәтуллин “татлы тамыр” сәселәсәк пар баҫыуҙарын туңға һөрә, Илдар Йәнбәков дискылай. Механизаторҙарҙың ҡайһылары икенсе ураҡ - шәкәр сөгөлдөрө (500 гектарҙа) уңышын йыйыуға комбайндар һәм тейәгестәрҙе әҙерләүҙә мәшғүл.
- Беҙгә 1117 гектар майҙанды биләгән арпа, йәнә 1000 гектарҙа ярауай бойҙай, рапс (200 га) һәм һоло, шулай уҡ көнбағыш (1400 гектар) уңышын йыйып алаһы бар. Әлегә баҫыуҙан уңыш ҡоро килде, шуға ла елгәртелеп туранан-тура келәттәргә һалына барҙы, - тине баш механик.
Бары тик көнө генә аяҙ торһон, тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай, хужалыҡ егәрлеләренән эш ҡалмаҫ, ураҡты тиҙ арала тамамлап та ҡуйырҙар, - тигән уй-теләктә хушлаштыҡ.

Читайте нас в