-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август 2020, 16:50

Йәй бөткәнсе эҫе кире килерме?

Йәй тамамланғансы эҫе көндәр ҡабат булырмы икән? Гисметео порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала ошо аҙна һалҡын торасаҡ.

Оҙайлы, ҡойма һәм йәшенле ямғырҙар, айырым урындарҙа боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ 18-22, төндә 10 градус тирәһе буласаҡ. Киләһе аҙнала ла шундай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндәр 20 август тирәһендә йылына башлар, 24 градусҡаса йылытыр тип фаразлана. Август аҙағына хас булғанса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырлы, аяҙлы-болотло көндәр торасаҡ.
Читайте нас в