-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Август 2020, 16:00

Ғаиләбеҙ ғорурлығы

Ҡарт олатайым Миңлеәхмәт Мөхәмәт улы 1926 йылда Ташбүкән ауы-лында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән леспромхоз артелендә йүкә әҙерләп, ҡап һуғып, тағы әллә күпме урман эштәрендә ҡатнаша.

1943 йылдың көҙөндә 17 йәшлек кенә егет һуғышҡа китә. Ул Япония милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Уның менән бергә яуҙа Үтәк ауылынан ике егет тә була. Ул дуҫы Абдулла Кинйәкәевтың үлеменә лә шаһит була. “Бомба төшөп һәләк булды, бик яҡшы егет ине. Уны Маньчжурияла, Пиньян-Чжень ҡалаһы янында ерләнек”, - тип хәтерләгән. Ә Зөфәр Рәхмәтуллин менән һуғыш юлын аҙаҡҡаса бергә үтергә насип була.
Япония 1945 йылдың 2 сентябрендә капитуляция актына ҡул ҡуя, шулай итеп, ҡаты, ауыр икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамлана. Йәш һалдаттарҙы ил сиген һаҡларға ҡалдыралар. Тыуған ауылына һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден, миҙалдар тағып, фронтҡа китеүенә 7 йыл үткәс кенә, 1950 йылда әйләнеп ҡайта.
Ҡәҙерле кешебеҙ Бибиғәйшә өләсәйем менән матур ғаилә ҡороп, дүрт ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауылда ул ат менән Үтәктән көн дә почта ташый. Көҙгө үткеһеҙ бысраҡта ла, ыжғырып торған ҡышҡы буранда ла һәр ваҡыт юлда була. Тик һуғыш яралары уны 47 йәшендә генә яҡты донъянан алып китә. Уға балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, һөйөнөп йәшәргә яҙмаһа ла, беҙ ҡарт олатайымды һәр саҡ ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.
Алина ҒӘЙНУЛЛИНА,
Нияз Мәжитов исемендәге Красно-
усол башҡорт гимназия-интернатының 4 “А” класы уҡыусыһы.
Читайте нас в