-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2020, 16:10

Баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ хас уға

Йәй көнө ерҙе йәмләгән сәскәләргә ҡарап һоҡланып туя алмайбыҙ. Ябай ғына гөл дә үҙ матурлығы, нәфислеге менән арбай. Үҙҙәренең гүзәллеге, серле балҡышы менән ошо сәскәләргә тиң ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп арабыҙҙа. Шундай гүзәлдәребеҙҙең береһе - Табын ауылында йәшәүсе Жәүриә Долгушева-Шәйхолова тураһында һүҙем.

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зәйнәб һәм Винер Шәйхоловтарҙың тәүге мөхәббәт емештәре булып тыуған ҡыҙ - ғаиләнең төп таянысы була, тиһәң дә һис арттырыу булмаҫ. Баҫалҡы, йыйнаҡ, бар эшкә лә яуаплы ҡараған ҡыҙҙы ата-әсәһе лә һис икеләнеүһеҙ үҙенән һуң бер-бер артлы тыуған Гүзәл, Вәхит, Вәғиз туғандарын, йорт-ҡураны ҡарап торорға ҡалдырып, үҙҙәре тыныс күңел менән колхоз эшенә китә. Үҫә килә мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ҡарашыу, сөгөлдөр баҫыуында эшләшеү кеүек яуаплылыҡ та өҫтәлә уңған ҡыҙға. Мәктәптә уҡығанда талапсан математика уҡытыусыһы Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы Исламова был фәнгә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла Жәүриә мәктәпте тамамлағас, теүәл фән уҡытыусыһы булырға ҡарар итә. Тик үҙенең уйын ата-әсәһенә әйткәс, ғәзиз әсәһе: “Улай оҙаҡ йылдар уҡыта алырбыҙ микән, әле туғандарыңды ла кеше итергә кәрәк”, - тигән яуап ишетә. Туғандары өсөн бер нимә лә йәлләмәгән ҡыҙ был ҡарар менән ризалаша һәм Өфө кооператив техникумына уҡырға инә. 1984 йылда бухгалтер һөнәре алып, йүнәлтмә буйынса Табын сельпоһында (совхоз рабкооп) эш башлай.
- Башта ҡыйын ине. Ят мөхит. Минең уйҙы һиҙгәндәй, ҡайтып китмәһен типтер инде, сельпола Юнир Фәттәх улы Муллағолов: “Өйрәнеп китәһең ул, эшлә”, - тип атайҙарса үҙ фатихаһын биргәс, баш баҫып эшкә сумдым, - тип хәтерләй бөгөн Жәүриә Винер ҡыҙы.
Бер аҙ эшләгәс, аҡыллы, тәртипле башҡорт ҡыҙы егеттәр күҙенә лә салынмай ҡалмай. Шофер булып эшләгән Владимир уға ғашиҡ булып, тәҡдим яһай. Матур пар, яҙмыш ҡушыуы икәнлеген аңлап, сәстәрен сәскә бәйләй. Бына хәҙер ғаилә ҡороуҙарына ла 35 йыл булған.
Был бәхетле ғаиләлә ул һәм ҡыҙ буй еткергән. Балаларының икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, бөгөнгө көндә улдары Саша Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшҡыуар, ҡыҙҙары Наталья менән бер йүнәлештә эшләйҙәр.
Жәүриә Винер ҡыҙы 32 йыл ҡәйнәһе менән бергә әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәгәндәр, ул ике йыл элек 91 йәшендә вафат булған. Үҙенең ата-әсәһе лә күптән мәрхүмдәр инде.
“Балаларҙы бер көн дә балалар баҡсаһына йөрөтмәнек, ҡәйнәм ҡараны. Сельпо ябылғас, ауыл хакимиәтендә, һуңынан мәктәптә бухгалтер булып эшләнем. Һайлау комиссияһы эшендә лә йөрөргә тура килде. Хәҙер район мәғариф бүлегендә бухгалтер булып эшләйем. Коллектив һәйбәт, күмәкләшеп бер ғаилә кеүек эшләйбеҙ”, - ти ул үҙе менән таныштырып.
Һандар менән эшләүсе кеше булараҡмы, әллә үтә тыйнаҡлыҡтанмы, баҫалҡы ғына аралашыуы ла Жәүриә Винер ҡыҙына ниндәйҙер һөймәлеклелек өҫтәгәндәй. Тормош иптәше Владимир Михайлович, бөгөн генә өйләнешкәндәй, уға һоҡланыуын йәшермәй. Өйҙә, баҡсала күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләргә күрһәтеп, һөйөклө ҡатынының гөлдәр үҫтерергә яратҡанын әйткәс, матурлыҡ та матурлыҡҡа табына шул, тип уйлап ҡуйҙым. Киләсәктә лә яҡты ҡарашың, һәйбәт эштәрең менән донъяға матурлыҡ бөркөп, сәскәләй йәм биреп, нур һибеп, шулай балҡып йәшә.
Читайте нас в