-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2020, 12:35

Балаларға сифатлы һәм ышаныслы һөт ризыҡтары Красноусолда һөт кухняһы асылды

Ағы барҙың – туғы бар, - тиҙәр. Һөт ризыҡтары сәләмәт балаларға ла, һаулығы ҡаҡшағандарға ла бик файҙалы. Уларҙы ҡулланыу балаларҙың психик һәм физик һаулығы өсөн мөһим булыуын диетологтар ҙа дәлилләй. Төбәктә һөт кухнялары селтәрен тулы ҡеүәткә эшләтеүҙе республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡеүәтләп, республика кимәлендә балаларҙың туҡланыуына ныҡлы иғтибар йүнәлтеү, милләт сәләмәтлеген нығытыу бурысы ҡуйғайны.

Быға тиклем республикала өс йәшкә тиклемге балаларға бушлай һөт ризыҡтары биреү мәсьәләһе киҫкен тора ине. Күп осраҡта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡалар ғына алған. Башҡортостанда берҙән-бер һөт кухняһы Өфөлә генә эшләп килһә, ундағы балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгенең эш тәжрибәһен ҡулланып, июль башында тәүгеләрҙән булып заманса комплекс Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙ эшен башлағайны. Ул республиканың көньяҡ район-ҡалаларын хеҙмәтләндереп, сифатлы һөт продукцияһы менән 3 йәшкә тиклемге 1400 баланы бушлай тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә алған. Ошо аҙнаның шаршамбы көнө тағы күберәк балаларҙы экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция менән тәьмин итеү маҡсатында Красноусолда (Дауахана тыҡрығы, 1/3) Стәрлетамаҡ "Һөт кухняһы" структур бүлексәһенең таратыу-һатыу үҙәге асылды. Был үҙәктәрҙе булдырыу “Демография” милли проекты сиктәрендә мөмкин булған. Әлегәсә һөт ризыҡтарын алыусыларға продукция дарыухана аша таратылған. Айырым һөт кухняһы булмауы йәш әсәйҙәргә күп мәшәҡәттәр һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған булған.
Заманса йыһазландырылған таратыу-һатыу үҙәгендә аҙнаһына ике тапҡыр 239 аҙ тәьмин ителгән ғаиләне, йөклө һәм бала имеҙеүсе әсәләрҙе һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеү планлаштырылған. Уларҙы Оксана Александровна Дигтяр шишәмбе һәм йома көндәрендә сәғәт ундан бишкә тиклем хеҙмәтләндерәсәк. Ә башҡа көндәрҙә атай-әсәйҙәр бер ниндәй ҡушылмаларһыҙ етештерелгән һөт аҙыҡтарын сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем һатып ала ала. Дүшәмбе - санитар көн, шәмбе, йәкшәмбе - ял көндәре, төшкө ял ваҡыты сәғәт икенән өскә саҡлы ҡаралған.
Һыуытҡыстар йогурт, һөт, кефир, эремсек менән туп-тулы. Шуны ла әйтергә кәрәк, был төр продукцияның һаҡлау ваҡыты сикле, шуға күҙәтеү органдарына ла тармаҡ эшмәкәрлеген контролгә алыу бурысы ҡуйылғанлығын Стәрлетамаҡ “Һөт кухняһы” структур бүлексәһе бухгалтеры Рузалия Вәлиуллина ентекле аңлатып үтте.
- Тап Красноусолда ошондай “Һөтлө ашамлыҡтар” үҙәге асылыуға беҙ бик шатбыҙ. Былар барыһы ла балалар сәләмәтлеген күҙ уңында тотоп эшләнә. Ғаиләләргә ябай магазиндан һөт ризыҡтары һатып алыу өсөн айына күпме аҡса түгергә кәрәк булыр ине. Рес-публика, район хакимиәте етәкселегенә ошондай мөмкинселек менән файҙаланыусыларға уңайлылыҡ булдырғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Бер ниндәй ят ҡушылмаларһыҙ етештерелгән һөт ризыҡтары кескәйҙәрҙең үҫешенә ыңғай тәьҫир итер тип уйлайбыҙ, - тип һөйләп үтте үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова.
- Был беҙҙең унынсы урында асылған, юбилейлы һөт ризыҡтары таратыу-һатыу урыны. Ата-әсәләр килешеү төҙөгәндә махсус Qr-код ала, уның ярҙамында артабан продукцияны алыуы ла еңелерәк. Бер йәшкә тиклемге балаларға 4 төр – персик, алма-груша, еләк, махсус һауытта эсәр йогурттар, ике йәше тулғансы бутҡа һәм ҡатнашма, өс йәшкә тиклемгеләргә һөт, кефир, эремсек кеүек ризыҡтар бүленә. Стәрлеләге "Һөт кухняһы" һигеҙ төрлө аҙыҡ-түлек етештерә - һөт, кефир, эремсек һәм төрлө тәм менән йогурттар. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан сифат һәм ваҡытында килтереү бурысын тәьмин итәсәкбеҙ, - тип таныштырҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Һөт кухняһы” структур бүлексәһе начальнигы Айгөл Азат ҡыҙы Ғилманова.
Ата-әсәләр ҙә совет осоронда уңышлы эшләп килгән һөт кухняларының тергеҙелеүенә оло ҡыуанысын белдерҙе. “Бер йыл самаһы дарыухананан алабыҙ инде. Әлбиттә, ғаиләләр өсөн ҙур ярҙам тип һанайым. Балалар һәйбәт туҡланһын, тәмле, сифатлы булһын, баланың таҙа булып үҫеүен теләйбеҙ бит инде. Унда витаминдар, минералдар бар. Хәҙер йәшәгән йортобоҙға яҡын да буласаҡ”, - тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты биш бала әсәһе Елена Ғәйнуллина. Шулай уҡ йәш ярымлыҡ балаһына һөт ризыҡтары алыусы Лилиә Әминева ла ошондай таратыу-һатыу урыны асылыуға сикһеҙ шатланыуын белдерҙе.
Һөт продукцияһына дәүләт яҡлауы булыуы аҙ тәьмин ителгән, йәш ғаиләләр өсөн бик мөһим. Атай-әсәйҙәргә ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысыҡындырмай, тейешле урындарға барып килешеү төҙөп, балаларҙы тәмле, сифатлы һәм файҙалы һөт ризығы менән шатландыраһы ғына ҡала.

Читайте нас в