-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2020, 21:30

Рух көсө йөрөтә уны Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовҡа – 90 йәш

Үҙенең йәшәү дәүерендә халҡына, иленә файҙалы эш һәм яҡты эҙ ҡалдырған, алдына ҡуйған маҡсаттарын талапсан үтәгән, ныҡышмалы кеше генә үҙ эшенең оҫтаһы, тыуған иленең ысын патриоты була ала. Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов та – шундай сифаттарға эйә булған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе.

Тормош бит ул – һынауҙар аша үткән баҫҡыс. Ул Ғиндулла Шириязан улына ла еңел юлдар әҙерләп ҡуймаған. Бәләкәйҙән етем ҡалған малай киләсәк яҙмышын тыуған илде өйрәнеүгә бәйләргә була. Жәлил Кейекбаев, Сәғит Агиш кеүек танылған телсе, яҙыусы, педагогтарҙың дәрестәрен тыңлап, ҡоштай ҡанатланып ҡайтыр ине ул мәктәптән. Тыуған яҡҡа, туған телгә булған һөйөү тойғоһо күңеленә һеңә килә уның.
Тау шишмәләре, инештәр үҙҙәренә тау-таш, үҙәндәр аша нисек юл ярһа, беҙҙең геройыбыҙ ҙа кешеләр йөрәгенә илтеүсе рухи һуҡмағын шулай һала. Туғыҙынсы тиҫтәһен тултырған аҡһаҡал фотоһүрәттәрҙә һаҡланған хәтирәләре менән уртаҡлаша.
«...Бөйөк Ватан һуғышы бара. Һуғыштың нимә икәнен беҙ, 10-12 йәшлек балалар, йөрәгебеҙ менән аңлай инек инде. Һуғыштың ауырлығы ул саҡтағы балаларҙы ла аяп торманы, күңелдәрен көйҙөрөп үтте. Күптәребеҙҙең атайҙары, ағайҙары, туғандары һуғышта һәләк булдылар, мин дә етем үҫтем. Хәйер, мин генәме?.. Ҡайғы һәр өйгә ҡағылып үтте.
Бына ошондай саҡта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре беҙҙең өсөн үҙе бер йыуанысҡа әйләнер ине. Һәм беҙ бер килке барлыҡ уй-хәсрәттәрҙән арынып тора инек... – бала саҡ хәтирәләре әле һаман күҙ алдында. – Мин әле булһа, беренсе башлап хәреф күрһәткән, матур-матур хикәйәләрҙе мауығып тыңларға өйрәткән уҡытыусыларҙың һөйкөмлө йөҙҙәрен, һындарын күҙ алдыма килтерәм, сикһеҙ шатланып, күңелемдән генә булһа ла рәхмәтемде белдерәм, ғүмерем буйына уларға бурыслы булып ҡалыуым тураһында уйлайым», – ти аҡһаҡал.
Ғөмүмән, фән өлкәһе уның тормошон сорнап ала. Уҡыған, өйрәнгән, тикшергән һайын уңыш офоҡтары ла, нескәлектәре лә, мөмкинлектәре лә асыла бара. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағында уҡытыусылары Ж.Ғ.Кейекбаевтың, Ғ.Ғ.Сәйет-батталовтың, Ә.Чаныштың лекцияларын тыңлау йәш уҡытыусының телгә, мәғрифәткә ҡарашын тағы ла үҙгәртеп ебәрә.
Ул йылдарҙа шундай ҡараш көсәйгәйне, тип хәтерләй остаз, мәктәптәрҙәге бөтә фәндәрҙе рус телендә алып барырға. «Был дөрөҫ түгел, туған телен белмәгән милләт – бахыр милләт, йәшәүҙән туҡтай», – тип Ғиндулла Шәйәхмәтов үҙ һүҙен, үҙ фекерен белдерә.
Донъяға һәр саҡ киң ҡараш ташлап, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй Ғиндулла Ширияздан улы. 1969 йылда Сәйетбаба урта мәктәбенә Ж.Кейекбаев исеме бирелеүендә һәм музейы асылыуында уның күрһәткән хеҙмәте баһалап бөтөргөһөҙ.
21 йыл буйы райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй, 14 йыл мәктәп директоры була. 35 йыл «Белем» йәмғиәтенең урындағы бүлегенең алыштырғыһыҙ рәйесе вазифаһын башҡара, ғүмер буйы ялҡынлы пропагандист, инанған мәғрифәтсе, телсе-педагог булып хеҙмәт итә Ғиндулла Ширияздан улы.
Ер йөҙөндә 90 йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Ғиндулла Ширияздан улы 43 йыл балалар уҡыта. Үҙенә хас егәрлелек, ныҡышмалылыҡ менән башҡорт телен уҡытыуға ҙур өлөш индергән абруйлы уҡытыусы һәр ваҡыт туған тел сафлығы, дөйөм тел мәҙәниәтен юғары күтәреү өсөн көрәшеүселәрҙең алғы сафында булды.
Егәрле уҙамандың ҡайнар йөрәге халҡына, иленә һөйөү менән тулы. Тыуған республикабыҙ өсөн иң һынылышлы суверенитет өсөн көрәш йылдарында милләтебеҙ йәшәйеше өсөн юғары трибуналарҙан тороп ҡыйыу сығыш яһаусы ла, матбуғат биттәре аша туҡтауһыҙ мәғрифәт һәм азатлыҡ нурын таратыусы ла, киң ҡарашлы шәхес, йәмәғәтсе, сәйәсмән дә ул. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, «Почет билдәһе» ордены кавалеры, «Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәренә лайыҡ була, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Ғиндулла Ширияздан улы күптәргә өлгө булырлыҡ шәхес.
65 йылдан ашыу иңде-иңгә терәп донъя көткән хәләле Мәрйәм Фәйез ҡыҙы Ғиндулла ағайҙың тоғро иптәше, таянысы, ярҙамсыһы, кәңәшсеһе була. Мәрйәм апай ҙа ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Тормош иптәше менән улар өс ҡыҙ, бер улға ғүмер бүләк итәләр, лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн улар үҙҙәре – тормошта үҙ урынын тапҡан шәхестәр.
Мәғариф һәм мәҙәниәт ветеранының башҡаларға өлгө булырҙай тормош юлына байҡау яһағанда, бөгөнгө көндә лә янып эшләп йөрөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо йәшкә етеп тә теремек булыуҙы аҡһаҡал һәр ваҡыт хәрәкәт итеүгә, физик күнекмәләр башҡарыуға, йәйәү йөрөүгә бәйләй, хәрәкәттә бәрәкәт таба. Зирәк фекере, тәрән аҡылы менән һоҡландыра ул, атайҙарса ҡарашы менән үҙенә тартып тора, арыу-талыу белмәй, телем, милләтем тип яныусы аҫыл зат ул Ғиндулла Ширияздан улы.
«Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә?» – тигән һорауға: «Бөйөк рух, иман тота донъяны, шундай рух йәшәтә кешене, кешене кеше итә», – ти ветеран. Рухани көс, рух ныҡлығы йәшәтә аҡһаҡалды. Айыҡ аҡыл, ихтыяр көсө, күңел йомартлығы менән һуғарылған рух. Һәм кешелеклелек, ихласлыҡ, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ, ябайлыҡ, йомартлыҡ кеүек күркәм сифаттар.
Зыялы аҡһаҡалыбыҙ мәҙәниәтте, мәғрифәтте үҫтереүгә, рухиәтте һаҡлауға ҙур көс һалып, яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ауылдаштары, тотош халҡыбыҙ ихтирамы уртаһында ғүмер итә. Хөрмәтле Ғиндулла Ширияздан улына ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тормош иптәше Мәрйәм Фәйез ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, артабан да именлектә ғүмер итеп, балаларының күңел йылыһын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Күтәренке кәйеф, йән тыныслығы, бағлаған өмөттәренең аҡланыуы, теләгән теләктәренең тормошҡа ашыуы, ҡыуаныслы яҡты көндәр, хәйерле, дауамлы, оҙон ғүмер насип булһын. Киләсәктә лә беҙгә рухи дәрт өҫтәп, бәрәкәтле имен тормошта йәшәргә яҙһын!
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре кандидаты,
Н. Фәрхшатов премияһы лауреаты,
Жәлил Кейекбаев йорт-музейы директоры.
Читайте нас в