-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август 2020, 12:35

Спортты үҙ итеүселәргә

8 августа Красноусолдың “Йәшлек” ял паркында Физкультурниктар көнөнә арналған сара үтте. Был сараны муниципаль район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге берлектә алып барҙы.

Байрамдың тантаналы өлөшөн район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова асып, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне, районда физик культураны һәм спортты үҫтереүҙә үҙ өлөштәрен индергән уҡытыусыларға, тренер-уҡытыусыларға БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Йыйылыусыларҙы район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов та матур теләктәр әйтеп тәбрикләп, “Фото аша спорт донъяһына” онлайн-фотоконкурс еңеүселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Сара музыкаль коллективтарҙың күңелле концерты менән тамамланды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренә көс һәм байрам кәйефе алып таралышты.
Читайте нас в