-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2020, 13:40

Һоҡланғыс ғүмер юлы

Һабай ауылында йәшәүсе Ира Басирова хаҡында һөйләмәксемен.

Ира – заманында ауылыбыҙҙың һәр кемде һоҡландырырлыҡ ғаиләләренең береһе - Зәйнәп менән Миңлеғәле Басировтарҙың ишле - 12 балалы ғаиләһендә өсөнсө булып донъяға ауаз һала. Мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһына юлланып, бында машиналар төҙөү заводында комплектлаусы булып хеҙмәт юлын башлай. Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләп, хаҡлы ялға туҡтағас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Башта инәһе мәрхүмә булғас, яңғыҙ атаһын ҡарап йәшәһә, артабан бөтөнләйгә күсеп ҡайтырға насип була уға. Һәм тыуған - атай йорто нигеҙен һүндермәй, ауылдаштарын һоҡландырып, гөрләтеп донъя көтә.
“Туғандарыма тыуған ауылдарына, шулай уҡ төп йортҡа йыл әйләнәһенә ҡайтып йөрөрлөк булһын, тип, бөтөнләйгә тыуған нигеҙгә ҡайтырға уйланым. Хәйер, иң өлкән апай булараҡ, уларға һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙом. Хәҙер олоғайҙым инде, туғандарымдың үҙҙәренең ярҙамын тоям. Һәр ҡайһыһы ҡайтып, ярҙам итеп торалар, апайҙарын ташламайҙар”, ти Ира Миңлеғәле ҡыҙы. Туғандары ла: “Ира апайыбыҙ инәйебеҙҙәй һәйбәт, беҙҙе ихлас ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ”, тиҙәр.
Ҡул эштәренә маһир Ира апай мамыҡ шәлдәр, паутинкалар бәйләгән. “Мин бәйләгән шәл-паутинкаларҙың осон-осҡа ялғаһаң, Ер шарын уратып алырлыҡ булғандыр”, тип тә шаярта ул. 73 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтөп, гөл-сәскәгә күмеп, мал аҫрап, төрлө ҡул эштәре менән мауығып ғүмер йомғағын һүтә. Туғандары ярҙамында атай-инәһе рухына Ҡөрьән уҡытып, уларҙың рухын шатландырып тора.
Асия БАСИРОВА,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас в