-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Август 2020, 19:05

Изге уйҙар менән йәшәгеҙ

Уҙған шәмбенең ҡояшлы иртәһендә 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе, районда ғына түгел, республикала танылған шәхес, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, йәмәғәт эшмәкәре Ғиндулла Ширияздан улын ҡотларға тигән уй менән Шәйәхмәтовтарға юлландыҡ.

Аҡһаҡалды тәбрикләргә Жәлил Кейекбаев йорт-музейы етәксеһе Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина һәм ғилми хеҙмәткәре Азат Әсәҙулла улы Ишмырҙин, Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рифат Мөхәмәт улы Баймөхәмәтов, юбилярҙың балалары һәм туғандары килгәйне. Сәй табыны артында юбилярҙы ҡотлап матур теләктәр әйтелде. Күпте күргән ил ағаһы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағы, хәтерендә уйылып ҡалған иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Оҙаҡ йәшәү серен һорағас, бер аҙ уйланып ултырғандан һуң, “Һәр кемгә тик яҡшылыҡ ҡына теләп, һәр ваҡыт эш өҫтөндә булһағыҙ, яман уйҙарҙан, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торһағыҙ оҙон ғүмерле булырһығыҙ. Тормошто һәр саҡ яраттым. Бер ҡасан да тик торманым, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булдым, хәрәкәттә – бәрәкәт тигәндәй, күпселек йәйәү йөрөргә тырыштым, тәмәке-хәмерҙе ауыҙыма ла алманым, сәләмәт тормош алып барҙым. Иң мөһиме – ғаиләнән һәм эшемдән уңдым. Яратып барыр эшем, ашҡынып ҡайтыр ғаиләм булды, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, бәхетлемен,” – тип йылмайҙы әле лә үҙен егеттәрсә тотҡан мәғариф ветераны. Ғиндулла Ширияздан улы үҙендә һаҡланған бик күп мәғлүмәттәр тупланған яҙмаларҙы Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейына тапшырырға ниәтләүен дә белдерҙе. Тормошо, эшмәкәрлеге күптәргә өлгө юбилярға аҡыллы, төплө кәңәштәре өсөн рәхмәт әйтеп, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп хушлаштыҡ.
Читайте нас в