-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Август 2020, 20:00

Ике яҙмыш, уртаҡ тормош

Бөгөн минең ике яҙмыш, уртаҡ тормош, атайым һәм инәйем тураһында яҙғым килә. Яҙмыш уларға әсеһен дә, сөсөһөн дә татытҡан, мәңге бармаҫлыҡ ерҙәргә аяҡ баҫтырған,уйламаған ризыҡ ашатҡан.

Атайым - Зиннәтулла Әхмәтша улы Бәширов Ҡауарҙы ауылында 1914 йылда тыуған. Уға дүрт йәш кенә саҡта атаһы үлеп китә. Бәләкәй генә сағынан Таҡман байҙарына ялланып көтөү көтә ул. Ике класс ҡына белеме була. 1936-1938 йылдарҙа әрме сафтарында илебеҙҙе һаҡлай. Фин һуғышына алына, ләкин барып етә алмайҙар, һуғыш бөтә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайыма 26 йәш була. Һуғыш зәхмәте илебеҙҙәге барлыҡ ғаиләләрҙең дә ишеген ҡаға. 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Байраҡлы 219-сы Идрица дивизияһы составында һуғышҡа инә. Мәскәү янында барған алыштарҙа ҡатнаша. Артабан Волхов фронтында бомба аҫтына эләгеп ауыр яралана, уны Молотов госпиталенә оҙаталар. Унда атайым алты ай буйы үлем менән көрәшә. Табиптар, шәфҡәт туташтары тырышлығы менән тере ҡала. Бер аҙ йүнәлгәс, ауылға ҡайтаралар. Биш ай ғына ауылда булған арала Фәриҙә исемле ҡыҙҙы күреп, ғашиҡ була һәм күп тә үтмәй ғаилә ҡоралар. Тик 1942 йылдың сентябренән тағы ла һуғышҡа алына. Курск дуғаһын алыуҙа, Ленинград ҡалаһын азат итеүҙә, унан 3-сө Белоруссия фронтында ҡатнаша. Минск, Вильнюс, Каунас, Кибартай ҡалаларын азат итеүҙә, Кенигсберг ҡалаһын алыуға ҙур өлөш индерә.
Бына көтөп алған Еңеү! Һалдаттар шатланып ҡайтырға сыға. Тик эшелон бер ерҙә лә туҡтамай, уларҙы Японияға ҡаршы һуғышҡа алып китәләр. Ике ай квантон армияһына ҡаршы һуғышып, аяғы яраланып, госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә. 1945 йылдың сентябрь айында ғына атайыма ауылға ҡайтыу бәхете тейә.
Ә инәйем Фәриҙә Әхтәр ҡыҙы тыл ветераны. Был һуғыш уның яҙмышын да үҙгәртә. Кейәүгә сыҡҡас та, атайымды һуғышҡа кире алып китәләр. Өй эсендә өс ҡатын: ҡәйнәһе Дәүләтбикә, иренең апаһы Хәтифә һәм йәш килен тороп ҡала. Етмәһә, өй эсенән бер кеше урман эшенә барырға тейеш. Кем барһын? Ҡәйнәһе - ҡарт, апаһы ауырый, шуға күрә инәйемде ағас ҡырҡырға алып китәләр.
...“Мин ат менән бүрәнә тарттырҙым, шуға күрә миңә икмәк күберәк тейҙе, быйма ла бирҙеләр. Кешенең өҫтөндә кейем юҡ, күпме кеше унда аслыҡтан ҡырылды. Еңеү һүҙен ишеткәс, шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Берәүҙәр илай, икенселәре көлә, бер ҡатын, хатта, шатлығынан йөрәге шартлап, үлде. Беҙҙең яҡтан өс ҡатын инек. Еңеү хаҡында белгәс, ҡасып ҡайттыҡ та киттек. Ауылға керергә оялып, ҡараңғы төшкәнсе урманда көтөп торҙоҡ, сөнки өҫтә кейем насар ине”, - тип һөйләй торғайны әсенеп.
Һуғыштан һуң да тормош еңел булмай. Икәүләп колхоз эшендә ҡайнайҙар. Нисек кенә ауыр булһа ла, улар үҙҙәрен сикһеҙ бәхетле һананы, сөнки шундай михнәттәрҙән тере ҡалып, 54 йыл иңгә-иң терәшеп татыу йәшәнеләр. Һигеҙ балаға ғүмер, тәрбиә һәм белем биреп, йәмғиәттә үҙ урындарын табырға ярҙам иттеләр. Ҡыҙҙары - Хәлиҙә, Мәүсилә, Зәйнәп, Нәфисә – уҡытыусылар, улдары – Зиннур - инженер, Илдар - хәрби табип, отставкалағы медицина подполковнигы, Фәрит - оҫта ташсы, мин - водитель.
Мин ғаиләм менән атайым ҡорған нигеҙҙә йәшәйем. Туғандар балалары менән ҡайтып торалар. Беҙ ҡәҙерлеләребеҙҙе һағынып, уларҙың фотоларын, миҙалдарын ҡарайбыҙ. Атайымдың I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Германияны, Японияны еңгән өсөн миҙалдары, Жуков миҙалы, Ленинград алышы өсөн Почёт билдәһе, Алыҫ Көнсығыш фронтында япондарға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә яҡшы күрһәткестәре өсөн И.В.Сталиндан Рәхмәт хатын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та, ул сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙәге тырышлығы өсөн махсус миҙал менән бүләкләнгән. Ә инәйемдең “Әсәлек даны”, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалы, Еңеү байрамдары уңайынан юбилей миҙалдары бар. Улар ауылдың иң абруйлы кешеләре ине. Беҙ барыбыҙ ҙа улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
М.Бәширов.
Ҡауарҙы ауылы.
Читайте нас в